

Түңәрәк өҫтәлдә республика муниципалитеттары, дәүләт власть органдары, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, диндарҙар, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты. Ғөмүмән, йыйынға 250-нән ашыу кеше килде. Форумды Башҡортостан татарҙары конгресының етәксеһе Заһир Хәкимов алып барҙы.
Пленар ултырышта эксперттар 2036 йылға тиклем Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырғанда милли-мәҙәни берләшмәләрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген, экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороуҙы, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен реабилитациялау, уларға ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе, шулай уҡ “Башҡортостан халыҡтарына мөрәжәғәт” ҡабул ителде. Унда ҡатнашыусылар бөтә яҡташтарын дәүләт дошмандарының провокацияларына бирешмәҫкә, күп быуатлыҡ дуҫлыҡты иҫтә тоторға һәм бергәләп илебеҙ менән республикабыҙҙың берҙәмлеген нығытырға саҡыра.
Сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн район Советы секретары Фәйез Йортомбаевҡа йылы һүҙҙәр еткерге килә.
Айгөл Сәйфуллина, Башҡортостан татарҙары конгресының Архангел районындағы бүлексәһе етәксеһе.