

Эслек өсөн ер еләген таҙартып ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, артыҡ иҙмәй генә болғатабыҙ. Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың да (ҡулға йәбешергә тейеш түгел), бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Ул арала табаларҙы әҙерәк йылытып, майлап әҙерләй торһаҡ та була. Табаға ҡамырҙы йәйеп, эсенә еләк һалып, өҫтөн ҡаплап, ситтәрен матур итеп семәрләп бөгөргә лә, уртаһын тишеп, эҫе мейескә ҡуйырға. Бәлеш тиҙ бешә, ярты сәғәт-ҡырҡ минут тирәһе ваҡыт үтеп, өҫтө ҡыҙарғас, мейестән алырға ла була. Ныҡ эҫе килеш ҡырҡырға ярамай, еләк һуты ағып бөтә. Шуға ла әҙерәк һыуынғанын көтөп, үткер бысаҡ менән генә матурлап киҫеп, ҡаймаҡ менән мәтрүшкәле сәй янына бирергә мөмкин.