

Лимон менән бөтнөктө яҡшылап саябыҙ. Баҡса еләген япраҡтарынан таҙартып дуршлагта йыуабыҙ. Банкаларға үҙебеҙгә уңайлы ысул менән стерилизация эшләйбеҙ. Лимонды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Шунан бөтнөк япраҡтарын һалырға һәм баҡса еләген өҫтәргә. Ҡайнап торған һыуҙы емеш-еләк һалынған банкаларға ҡоябыҙ. Алдан эҫе һыуҙа бешекләнгән ҡапҡастар менән банкаларҙы 30 минутҡа ҡаплап торабыҙ. Һуңынан банкаларҙан һыуҙы кәстрүлгә бушатып шәкәр ҡомо өҫтәйбеҙ. Кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. Шәкәрле һыуҙы ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ, сиропты бер-нисә минут ҡайнатабыҙ. Банкаларҙы эҫе сироп менән тултырабыҙ, тимер ҡапҡастар менән ябып әйләндереп ҡуябыҙ. Компоттарҙы йылы юрғанға төрөп һыуынғансы тотабыҙ.