Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
15 Мая , 04:41

Һәр ҡайһыһы тәрбиәгә мохтаж

“Хөрмәтле редакция, кәңәш һорап яҙам. Инде ике йыл рәттән һуғаным уңмай. Матур ғына һабаҡ ебәрә лә, һулый ҙа ҡуя. Нимә эшләргә икән?”Ғәлиә М.

Һәр ҡайһыһы тәрбиәгә  мохтажҺәр ҡайһыһы тәрбиәгә  мохтаж
Һәр ҡайһыһы тәрбиәгә мохтаж

— Яҙ, йәй айҙары баҡсасыларҙың иң мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта күңелле осоро. Йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә яратыусылар мул уңыш алып һөйөнөргә тырыша. Әммә күңелде киткән нәмәләр бар. Бер туҡтауһыҙ баҫып торған сүп үләненән тыш, төрлө бөжәктәр ҙә зыян килтерә. Шуларҙың береһе – һуған себене. Ул, ғәҙәттә, май айының икенсе яртыһында оса башлай һәм һуғандың төбөнә йомортҡа һала. Бер нисә көндән килеп сыҡҡан ҡарышлауыҡ һуғанды ашай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн бер квадрат метр ер иҫәбенә 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно һәм бер балғалаҡ ҡара борос һибергә кәрәк, 5-6 көн һайын тупраҡты йомшартыу зарур. Тағы ла бер ысул, бәлки, кемгәлер файҙа килтерер – тәмәке төнәтмәһе. 200 грамм тәмәке онтағына 3 литр ҡайнар һыу һалырға һәм 2-3 тәүлеккә ҡалдырырға, аҙаҡ 10 литр һыу өҫтәп, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос ҡушып бутарға һәм түтәлгә һибергә.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

И. Куркова фотоһы.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас