

Был осорҙа һары умырзая, май ландышы, тиле шалҡан (сурепка), бәпембә, юл япрағы, ала миләүшә, сөйәл үләне, кәкүк баш (медуница лекарственная), бесәй тәпәйе, ҡырҡбыуын үләндәрен; һаҙанаҡтың (багульник болотный) япраҡһыҙ ботаҡтарын; ҡыҙыл көртмәле, кесерткән, үгәй инә үләне, кәкүк емеше (первоцвет весенний), ҡара ҡарағат, ҡайын, аҡ шыршы, күк тирәк, уҫаҡ бөрөһөн; сирень, муйыл, алмағас, сейә, ҡыҙыл энәлек сәскәһен; айыу ҡурайы, дегәнәк, бәпембә, цикорий, керән, балан, имән ҡайырыһы, аҡтамыр тамырһабағын йыялар. Быларҙың барыһын да төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланырға була, халыҡта дарыу үләндәре булараҡ киң таралған ҡайһы берҙәре буйынса төрлө сығанаҡтарҙан алынған кәңәштәрҙе еткерәбеҙ.
Сирень сәскәһе
Сирень сәскәһен ҡулланыуға әҙерләү өсөн бөрөләнгән саҡта ипләп кенә ҡырҡып алып, 3-5-әүһен бергә йыйнап, ҡоро, яҡшы елләтелгән һәм саңһыҙ урында элеп ҡуялар.
Сирень сәскәһе 1-2 аҙна тирәһе эсендә кибә, һуңынан уны ҡапҡасы ябыҡ быяла һауытта йәки махсус моҡсайҙа һаҡлағанда 1,5-2 йыл ҡулланырға ярай.
Сирень сәскәһенең спиртҡа һалып эшләнгән төнәтмәһе шифалы һанала. Уны әҙерләү өсөн ҡыуаҡтың сәскәләрен һәм бер аҙ япраҡтарын быяла банкаға һалырға, дөйөм ауырлығы 95-100 грамм тартырға тейеш. Артабан 900 миллиметр спирт ҡойорға һәм капрон ҡапҡас менән ныҡлы ябып, ҡараңғы һәм һалҡыныраҡ урынға 9-11 тәүлеккә ултыртырға. Төнәтмәне һөҙөп алырға кәрәкмәй, ҡараңғы һәм һалҡын урында тотҡанда 1 йыл тирәһе файҙаһы һаҡлана. Был рәүешле әҙерләнгән төнәтмә бөйөрҙә таш булғанда, йүтәл, үпкә туберкулезы, тапма ауырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, баш ауыртыу, быуын шеше, подагра, ревматизм, остеохондроз, төрлө бәшмәк ауырыуҙары, вируслы, бактериаль ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙалы. Һыҙлаған урынды сирень төнәтмәһе менән көнөнә ике тапҡыр ыуыу ярҙам итә. Ҡайһы бер сирҙәрҙән дауаланыу тиҙерәк булһын өсөн үрҙә килтерелгән рецепт саҡ ҡына үҙгәртелергә мөмкин.
Ҡан тамырҙарының варикозлы киңәйеүе. 0,5 литрлыҡ банкаға сирень сәскәһен һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, ай ярым төнәтергә. Шунан һөҙөп алып, тәндең зыян күргән урынын көнөнә 1-2 тапҡыр сылатырға кәрәк, ыуаламаҫҡа.
Иҫкәртеү: ашҡаҙан-эсәк юлы көслө ауырыуҙары, аменорея, гломерулонефрит, бөйөрҙөң хроник ауырыуы булғанда һәм 16 йәшкә тиклем балаларға сирень төнәтмәһен ҡулланыу тыйыла.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546