

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуфты әрсеп турайбыҙ ҙа һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ һәм турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарала. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына тураһаң, ул ашта беленмәй. Тәменсә тоҙ өҫтәргә кәрәк. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546