Инйәр
+23 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
18 Марта , 10:51

“Татлы” өлкәнең үҙ мәсьәләләре бар

Район хакимиәтендә умартасылар йыйылышы үтте

“Татлы” өлкәнең үҙ мәсьәләләре бар“Татлы” өлкәнең үҙ мәсьәләләре бар
“Татлы” өлкәнең үҙ мәсьәләләре бар

Район хакимиәтендә умартасылар йыйылышы үтте. Сара йыл һайын  уҙғарыла, унда, ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығының иң “татлы” өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Был юлы  һөйләшеү өсөн  умартасылар  ғына түгел, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары,  төрлө ведомстволар һәм ойошмалар вәкилдәре,  ветеринария, муниципалитеттың агрономия һәм зоотехника хеҙмәттәре етәкселәре саҡырылды.

Осрашыуҙа “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәмил Мағданов үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Архангел балы” район ассоциацияһы рәйесе һәм “Медовик” ауыл хужалығы ҡулланыусылар етештереү-һатыу кооперативы етәксеһе Алексей Трапезников урындағы хәл-торош һәм мәсьәләләр менән таныштырҙы. Шуларҙың береһе — сит биләмәләрҙән бал ҡорттарын индереү. Башҡалар ҙа  әңгәмәлә әүҙем ҡатнашты.  Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса яҡын арала тормошҡа ашырыласаҡ  бурыстар һәм пландар билдәләнде.

Дилара Янбаева.

Фото — район хакимиәте сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас