Инйәр
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Март , 10:32

Күпте күргән ағинәй

Һуғыш башланғанда миңә  — биш йәш, ә Миңлеғәле бәпес кенә

Күпте күргән ағинәй
Күпте күргән ағинәй

— Инәйемдең бәпестәре тормағас, атайым мине тәҙрә аша ярты икмәккә һатып алған. Артымса Миңлеғәле, Сәғитулла һәм Фәйез энекәштәрем тыуҙы, — тип хәтирәләргә сумды Гөлсөм әбей. — Инәйем Миңлегөл Мотас ҡыҙы (Ибраһимова) менән атайым Аҙнабай Бикмөхәмәт улы икеһе лә — Архангел районы Тәүәкәс ауылынан. Өйләнешкәс, Ғәйфулла ауылында төпләнгәндәр. Атайым бик бөтмөр, егәрле кеше ине, шуға һәйбәт йәшәнек.

Элек бит ҡатын-ҡыҙ бала тапһа ла ялан эшенә, бесәнгә сыҡҡан. Ағасҡа бишек тағып, өлкәнерәк балалар бәүелтеп, ҡарағандар. Шулай мине лә сәңгелдәк менән йәш муйылға элһәләр, ағас ботағы ысҡынып китеп, бәпесе нейе менән осортҡан да ҡуйған. Ярай ергә ҡоламай, эләгеп ҡалғанмын. Инәйем шуны гел мәрәкәләп һөйләй торғайны. 

Һуғыш башланғанда миңә  — биш йәш, ә Миңлеғәле бәпес кенә. Уны тубырсыҡтай  кейендереп, ат арбаһына тейәлеп, район үҙәгенә юлланғанды ап-асыҡ хәтерләйем. Кәртишкәгә лә төшкәйнек. Кеше күп йыйылғайны. Инәйемдең күҙҙәренән эре-эре йәштәр тама, уға ҡушылып беҙ илайбыҙ, кемдер гармун тарта, берәүҙәр бейей — шул көн һаташҡан төш кеүек.

90 йәшен тултырған ил инәһенең ошо мәл тауыштары ҡалтырап, күҙҙәре йәшләнде. Гөлсөм Аҙнабай ҡыҙы (Юлмөхәмәтова) Әбйәлилова менән һөйләшкәндә һуғыш осоро балаларының ныҡлығына, сыҙамлығына һәм сабырлығына тағы ла инанаһың. Ағинәй үткән яҙмышын барлауын дауам итте.

— Инәйем беҙгә ел-ямғыр тейҙермәне, аслыҡҡа интекмәнек. Көнө буйы колхоз эшенән бушамағанда, Ғәмилә әсәйебеҙ (атайымдың инәһе) ике баланы тәрбиәләне. Бергәләп бер һыйырыбыҙҙы нисек тә аҫрарға тырыштыҡ.  Бесән, утынды йөкләп тә, бәләкәй арба менән  ташып та еткерәбеҙ. Тауҙан йыла алып ҡайтып, кистәрен уны һыҙырабыҙ.

Атайымдың апаһы Зөбәйҙә әбейем ауылда икмәк һалды. Әпәйҙе ауыл кешеләренә норма менән генә бирәләр. Әбейем үҙенең ике балаһына һәм туғаным менән миңә ҡалған ҡамырҙан бүлеп,  бәләкәй генә күмәстәр бешерә. Һуғыш йылдарын да шулай йән аҫраныҡ.

Алты йәшемдә мине лә иген утарға, ураҡ урышырға ала башланылар. Устар сейләнеп, ҡанап, аяҡ-ҡулдар ярылып бөтә. Бер мәл ашлыҡ йыйғанда яңылыш ауҙым да  киттем, ярай урағыма йығылмағанмын. Эргәләге апайҙар шунда ныҡ ҡурҡҡайны.

Атайыбыҙ яуҙан ике тапҡыр яраланып ҡайтты. Беренсеһендә аяғына снаряд ярсығы тейгәйне. Икенсеһендә бер ҡулы зәғифләнде, ике бармағы ғына эшләй ине. Уныһында ҡабат фронтҡа ебәрмәнеләр, колхозда  келәттә эшләне. Кәкре ҡул тип торманы, сәләмәт кешеләрҙән ҡалышмай, етеш донъя көттө. Инәйем менән күп итеп умарта тоттолар, мал да үрсеттеләр. Мине һәр саҡ үҙе менән  йөрөттө. Архангелгә барһаҡ, бер тоҡсай кәнфит алып бирә, өйгә еткәнсе яртыһын ашап бөтөрәм.

Һуғыш тураһында һорашһаҡ,  тулҡынланып һөйләр ине. “Сталинград бәрелешендә ныҡ йонсоноҡ. Һыуһаттырҙы. Төн. Сылтырап гөрләүек аҡҡаны ишетелә. Һалдаттарҙың ҡайһыныһы услап, ҡайһыныһы көрөшкә менән шуны һемерәбеҙ. Иртән тимер  көрөшкәмде ҡараһам — төбө ҡып-ҡыҙыл ҡан. Һыу тип ҡан эскәнбеҙ. Ергә шул тиклем ҡан һеңгән булған”, — тигәне тетрәндергәйне.

Еңеүҙән һуң  бер өйөр бала-саға мәктәпкә килдек. Тәүге уҡытыусым — Мәрфүғә апай. Аҙаҡ Сәкинә Мырҙағолова, Әсмә Ғәббәсова уҡытты. Дүрт класс бөттөм дә колхозға эшкә сыҡтым. Ауыл ул заманда гөрләп торҙо. Дуҫ, берҙәм  йәшәнек.

Тормош иптәшем Шәмсетдин Хөснөтдин улы менән 1954 йылда өйләнештек. Ҡайным Хөснөтдин Насир улы фронтта ятып ҡалған. Ҡәйнәм дүрт балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған.

Ун бер балаға ғүмер бирҙек: Рәйлә, Ғаяз, Раян, Рәмзиә, Шамил, Динә, Рәил, Фаяз, Камил, Рәмил һәм Динара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бабайым 54  йәшендә  баҡыйлыҡҡа күсте. Динара ҡыҙыма өс  йәш тулғайны. Ир балаларға атай тәрбиәһен үҙемә бирергә тура килде. Ҡыйын саҡтарҙа илағанымды береһенә лә күрһәтмәнем. Һынауҙарға бирешмәҫкә тырышып, йөрәк әрнеүен сабырлыҡ менән үткәрҙем.  Атайым,  инәйем, ҡәйнәм, туғандарым  ярҙамынан ташламаны. Сабыйҙарымдың өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Өлкәндәре бәләкәстәрен ҡарашты. Барыһын да хеҙмәт яратырға, эштән ҡурҡып тормаҫҡа өйрәттем. Ситкә сығып китһәләр ҙә ауыл, инәй, туғандарым, тип ашҡындылар. Бергәләп малайҙарҙы бер-бер артлы армияға оҙаттыҡ, ҡаршы алдыҡ, туйҙар яһаныҡ. Әле лә мине яңғыҙымды ҡалдырмай, “һә” тигәнсе килеп етәләр.

Балаларымдың  бөгөн бишәүһе  генә иҫән. Ете малайҙан икәү генә ҡалды, — тип көрһөнөп ҡуйҙы Гөлсөм әбей.

Гөлсөм Аҙнабай ҡыҙының ихласлығы, киң күңеллелеге кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыралыр, унда бер ниндәй тәкәбберлек юҡ. Ғәйфулла ауылында башланғыс мәктәп авария хәлендә ҡалғас, ике яҡлы йортон мәктәп өсөн бирә. Унда ундан артыҡ уҡыусы йөрөй. Балалар  бит шаярып та ала, шаулай. Берәү булһа, ниңә кәрәк ул шау-шыу, йорт туҙҙырыу, тиер ине, ә ағинәй “юҡ” тимәгән. Күршеләре, ауылдаштары уны ябайлығы, тура һүҙлелеге, йомартлығы өсөн хөрмәт итә.

Бөгөн хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро балаһы   20 йылға яҡын Тәүәкәс ауылында улдары һәм ҡыҙҙары бергәләп һалған яңы йортта йәшәй. Гөлсөм Аҙнабай ҡыҙы 20 ейән-ейәнсәренә, 20 бүлә-бүләсәренә һәм өс тыуасарына бәхетле, хәстәрлекле, һөйөклө өләсәй.

—  Илдәге сыуалыштар булмаһа,  тормош матур, мул, тип әйтер инем. Ошо мәшхәр тиҙерәк бөтһөн дә улдарыбыҙ иҫән ҡайтып, сабыйҙарын ҡосһондар, инәләренең, хәләл ефеттәренең күңелдәре тынысланһын, — тип теләй ул.

Оло юбилейы айҡанлы яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ, бәхетле көндәр теләйбеҙ.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас