Һуңғы ваҡытта Өфө ҡалаһындағы “Бәрәкәт” селтәре тураһында күп ишетергә тура килде. Бөтә ҡала буйлап таралған “Бәрәкәт” кафеларын таныштарым маҡтап һөйләйҙәр. Ҡыҙыҡһына башлағас, уларҙың хужалары Илгиз менән Азамат Рамазановтар сығыштары менән Көмәрле ауылыныҡы икәнлеге билдәле булды. Йәһәт кенә Көмәрлегә шылтыратып, егеттәрҙең әсәләре Әлфиә Рәис ҡыҙы менән бәйләнешкә индем. Ул улдарының телефон номерҙарын бирҙе. Ниндәй маҡсат менән мөрәжәғәт итеүемде белгертеп смс яҙғас, Илгиз бушағас та яуап бирергә вәғәҙә итте. Һүҙендә торҙо егет — шылтыратты. Ябай, киң күңелле икәнлеге тауышынан уҡ һиҙелә.
— Бындай бизнесты ойоштороу идеяһы нисек килеп сыҡты?
— Ул бик ябай: сираттағы проекттарҙың береһен тикшереп кафела ултырғанда, үҙебеҙгә кафе асыу бик яҡшы булыр ине, унда хәләл ризыҡтар әҙерләр инек, тип хыялландыҡ. Ярты йылдан һуң, бер танышыбыҙ Гоголь-Коммунистик урамдарының мөйөшөндәге кафены һатып алырға тәҡдим итте. Беҙҙең беренсе учреждение, әйткәндәй, шул ваҡыттан алып унда бер нәмә лә үҙгәрмәгән тиерлек.
— Ни өсөн “Бәрәкәт”?
— Ысындан да иһә, кафеның исеме башта уҡ шулай аталғайны. Ғөмүмән, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, “бәрәкәт” — ул Аллаһы Тәғәләнең яҡшылығы. Шуға күрә кафеларыбыҙҙы “Бәрәкәт” бренды аҫтында ҡалдырырға ҡарар иттек.
Беҙҙең туҡланыу нөктәләрендә хәләл ризыҡтар ғына әҙерләнә. Донъялағы бөтә милли аш-һыуҙарҙы берләштерергә уйлайбыҙ. Бөгөн баш ҡалала — 14 кафебыҙ, өс икмәк бешереү цехы эшләй. 300-ҙән артыҡ аш-һыу тәҡдим итәбеҙ. “Бәрәкәт”кә студенттар ҙа, бизнесмендар ҙа, түрәләр ҙә инеп ашай, ғөмүмән — төрлө аҡса янсығына, арзан хаҡҡа рәхәтләнеп тамаҡ ялғап, дуҫтар менән һөйләшеп, ял итеп сығырға мөмкин.
— Башта күпме аҡса кәрәк булды? Уны ҡайҙан алдығыҙ?
— Быға тиклем төҙөлөш бизнесы алып барҙыҡ. Барлыҡ йыйылған аҡсаларыбыҙҙы кафеға йүнәлттек. 2016 йылда улар апаруҡ ине. Дәүләт ярҙамы ла, кредиттар ҙа юлламаныҡ. Бер кафе асыр өсөн кәмендә 20-25 миллион һум аҡса кәрәк. Биналарҙың барыһы ла — ҡуртымда. Ваҡытында ата-әсәйебеҙ ныҡ ярҙамлашты. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
— Килемде ҡасан ала башланығыҙ? Яңы өлкәне үҙләштереү...
— Дүрт айҙан эшебеҙҙең үрләүен тойҙоҡ. Кафеның үҙәктә — кешеләр йыш йөрөгән, уҡыу йорттарының, төрлө офистарҙың күп булған ерендә урынлашыуын, хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһен дә иҫәпкә алырға кәрәк.
Төҙөлөштән һуң, туҡланыу тармағына килеү яңы белем талап итте, әлбиттә. Азамат менән әллә нисә курстар үттек, тәжрибәле етәкселәр менән кәңәшләштек, әле һаман яңылыҡтарҙы өйрәнеп, камиллашабыҙ. Ғөмүмән, беҙ уҡырға яратабыҙ. Кафе асылғандың беренсе көнөндә үк үҙебеҙ аш-һыу бүлмәһендә булыштыҡ, кәрәк-яраҡтарҙы хәстәрләнек, бөтә нәмәне үҙебеҙ аша үткәреп, яйлап бизнестың асылына төшөндөк.
“Бәрәкәт”тең барлыҡ кафеларында ла халыҡты юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, аш-һыуҙың сифатлы, асыҡ булыуы мөһим. Хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә шатланып йөрөүе күп нәмә тураһында һөйләй. Беҙ — бер ғаилә. “Бәрәкәт”тә намыҫлы, егәрле, талапсандар ғына эшләй. Шуға күрә ашнаҡсыға ла, йыйыштырыусыға ла, хисапсы, һаҡсы, идарасы, официанттарға һәм башҡа эшселәребеҙгә лә оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ.
Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһында торабыҙ. Унда бик шәп ир-егеттәр йыйылған. Аҡыллы, алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙары күп ил — көслө, бәхетле, халҡы ла етеш. Беҙ шуға ынтылабыҙ.
— Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Әлфиә ханым менән дә һөйләшмәйенсә булдыра алманым.
— Илгизгә — 17, Азаматҡа 15 йәш тулғанда кәрәҙле бәйләнеш карталарын һаттылар, телефондар ремонтланылар. Тәүге йыйылған 50 мең һум аҡсаларын сауҙаларын киңәйтеүгә йүнәлттеләр. Улар шул ваҡытта уҡ эшҡыуарлыҡҡа тартылғайны.
Икеһе лә авиация университетын тамамланы. Артабан ер биләмәләрен һатып алып, 13 йорт төҙөнәләр. 2016 йылдан “Бәрәкәт” кафелар селтәрен астылар. Икеһе лә намаҙ уҡый, 14 йыл ураҙа тоталар, хажға барып ҡайттылар. Илгиз улыбыҙ ике ул, өс ҡыҙ, ә Азамат улыбыҙ дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтерә.
Беҙҙән йыш ҡына улдарығыҙҙы нисек шулай тәрбәиәләнегеҙ, тип һорайҙар. Тормош иптәшем Радик Салауат улы менән гел эштә булдыҡ. Ул — иретеп йәбештереүсе, үҙем сауҙа өлкәһендә хеҙмәт иттем. 90-сы йылдар ҡала ерендә бигерәк ауырлыҡ менән үтте. Бер нимәгә ҡарамай, балаларыбыҙҙы етеш үҫтерҙек, белем бирҙек, һәр башланғыстарын хуплап, ярҙамлаштыҡ. Улар, беҙ һеҙгә ҡарап тырышбыҙ, тиҙәр.
Илгиз менән Азамат хәйриә сараларында һәр саҡ ҡатнаша. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Дини байрамдарҙа мосолман ҡәрҙәштәре өсөн бушлай табындар ҡора. Йәш быуынға эшҡыуарлыҡ дәрестәрен биреүҙе ойошторҙолар һәм башҡа бихисап эштәр башҡаралар, — тине Әлфиә ханым.
Яҡты күңелле, изге ниәтле яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Дилара Фәтихова.
Фото — ғаилә архивынан.