Быйылғы урып-йыйыу кампанияһының ҡырыҫ һауа шарттары менән оҙатылыуы сер түгел. Оҙайлы, көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә мул ашлыҡ вәғәҙәләгән сәсеүлектәр зыян күрҙе. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, иген культураларының уңышы гектарынан 20 центнерға яҡын булды. Барлыҡ игенселәр ҙә тырышып, намыҫлы эшләне. Район аграрийҙары етәрлек кимәлдә орлоҡ, мал аҙығы туплап өлгөрҙө.
Был аҙнала 1373 гектар көнбағыш яланында уңыш йыйылып, ниһайәт, урып-һуғыу эштәре тамамланды. Бөгөн баҫыуҙарҙы туңға һөрөү, орлоҡтарҙы таҙартыу һәм сәсеү кондицияһына тап килеүҙәрен тикшереү кеүек мәшәҡәттәр атҡарыла.
Фәнил Ғәлиев,
“Россельхозцентр” Федераль Дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының әйҙәүсе агрономы.
Автор фотоһы.