Инйәр
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль , 12:35

Яҡшы кәйеф подъездан башлана

Республика Башлығы инициативаһы буйынса 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы.

Яҡшы кәйеф подъездан башлана
Яҡшы кәйеф подъездан башлана

Республика Башлығы инициативаһы буйынса 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға 8,2 мең самаһы подъезд яңыртылған. Дөйөм алғанда 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән. 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылған. Был уҙған биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Дөйөм алғанда был маҡсатҡа 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы үҙенең комплекслылығы буйынса илдә үҙенсәлеклелеген иҫбатланы. Биш йыл эсендә 1326 ихата төҙөкләндерелде, уларға 6 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды.

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаларын сығармай. Ағымдағы йылда подъездарҙы ремонтлауға 108 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән республика бюджетынан 97 миллион һум. 117 подъезды ремонтлау ҡаралған.

— Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе нисек формалашыуы хаҡында әйтә киләм. Ул иртән тороп, бысраҡ подъезға сыға, ихатала тубыҡтан бысраҡҡа бата —  әлбиттә, кәйефе булмаясаҡ. Икенсе эш — ул диуарҙарына сәскәләр төшөрөлгән, яҡты, таҙа подъезға аяҡ баҫа. Беҙгә уңайлы мөхит тип аталған нәмә кәрәк, — тине  Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Эш башланыр алдынан төбәк операторы һәр ваҡыт мәғлүмәт осрашыуҙары ойоштора, унда күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән берлектә ремонт эштәренең составы, биҙәү төрө һәм башҡалар һайлана.

 Подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021 йылдан башлап Архангел ауылының Ленин урамында 2-се, 4-се, Ворошилов урамында 113/1, Достоевский урамының 1А, Комсомол урамында 9-сы, Лазола  4/А һәм 6-сы, Приуралье ауылының Вокзал урамындағы күп фатирлы йорттарҙың  подъездары ремонтланды.

Район хакимиәтенең социаль-торлаҡ программалары буйынса алдынғы белгесе Александра Усманова  түбәндәгеләрҙе һөйләне:

 — Комплекслы ремонт барышында  7 урамдағы күп фатирлы йорттарҙың подъездары тәртипкә килтерелде, стеналар һәм түшәмдәр буялды, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды, ихата алдына асфальт түшәлде. Халыҡ капиталь ремонт менән ҡәнәғәт ҡалды. Подрядсы  “Водник” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте  ремонт эштәрен сифатлы башҡарҙы.

Был әле  эштәрҙең бер өлөшө генә. Киләсәктә график буйынса  түшәмдәрҙе, тәҙрәләрҙе, электр сымдарын, һыу торбаларын алыштырыу эштәре күҙаллана.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: