Инйәр
+21 °С
Облачно

Намыҫлы хеҙмәттә, маҡталалыр уңғандар

Июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә илебеҙҙә  Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө үтте.  Ошо уңайҙан район мәҙәниәт йортонда уларҙың көсөргәнешле эшенә һәм миһырбанлығына дан йырланды. 

Намыҫлы хеҙмәттә, маҡталалыр уңғандарНамыҫлы хеҙмәттә, маҡталалыр уңғандар
Намыҫлы хеҙмәттә, маҡталалыр уңғандар

  Кеше ғүмерен ҡотҡарыу, ауырыуҙарға шифа биреү  оло хөрмәткә лайыҡ: табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа һөнәр  эйәләренә сикһеҙ рәхмәт белдерелде.

Концертты Алексей Егоров һәм Димитрий Машненков башлап ебәрҙе:  “Беҙҙең хеҙмәт” дуэтын тыңлағанда залда йәнлелек һиҙелде, кәйефтәр күтәрелде.

  —  Традиция буйынса һөнәри байрамығыҙ алдынан барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн йыйылдыҡ. Халҡыбыҙҙың һаулығын хәстәрләп ең һыҙғанаһығыҙ, хеҙмәтегеҙ еңелдән түгел, ниндәй генә ваҡыт булмаһын, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тораһығыҙ. Һуңғы йылдарҙа медицина күпкә алға китте,  яңы технологиялар ҡулланыла. Шулай ҙа яғымлы ҡараш һәм  шифа биреүсе ҡулдарығыҙ  яһалма зиһенде  алыштыра алмай. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем. Беҙ үҙебеҙгә килгәндә, мөмкин тиклем дауаханаға  ярҙам итергә тырышабыҙ. Миңә  баш табиптарҙың төрлөһө менән эшләргә тура килде, шулай ҙа Юлай Батыргәрәй улы иң ышаныслыһы,-тип  район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин байрам менән ихлас  ҡотланы.

Артабан район Советы рәйесе Леонид Семенчук телмәр тотто.

   Сығышты баш табип Юлай Батыргәрәй улы дауам итте. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәте, район Советы һәм үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары  тапшырылды.

   Сәхнәгә оҙайлы йылдар ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған  ветерандар күтәрелде. Медицина хеҙмәте буйынса баш табип урынбаҫары Альбина Хоҙайғолова  яңы хеҙмәт юлын башлаған өс  йәш белгесте тәбрикләне.

Профсоюз ойошмаһы рәйесе  Әлфиә Туйсина мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Гиппократ антына тоғро ҡалып, аҡ халатлылар көнөн дә, төнөн дә кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тора. Уларҙың  йылы һүҙҙәре сирлеләргә йәшәүгә көс, өмөт бирә. Төнгө дежур итеү, ҡатмарлы операциялар түҙемлек, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙе алға ҡуя. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар бар тырышлығын һала.

      Алеся Хәсәнова,  Алмира Ғилманова, Екатерина Егорова, Закир Өмөтбаев, Диана Ена, “Колядница” фольклор-эстрада ансамбле башҡарыуындағы йырҙар күңелдәрҙе моң даръяһында бәүелтте. Ә инде ”Бала табыу йорто янында”  һәм “Ирҙең балыҡҡа йыйыныуы” юморға ҡоролған күренештәр  фәһем биреп, бер аҙ көлдөрөп тә һәм уйландырып та алды, тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмай.

    Йылы мөхиттә, күтәренке рухта уҙған күркәм байрам һәр кемде илһамландырҙы, яңы уңыштарға дәртләндерҙе.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас