

85 йыл элек ошо көндө фашистик Германия беҙҙең илгә һөжүм итә, илебеҙ берҙәм булып, бөтә көсөн туплап, тыуған илебеҙҙе һаҡларға күтәрелә. Ошо яугирҙәр араһында беҙҙең, Тирәкле ауылы халҡының арҙаҡлы ир-уҙамандары яуға юллана. Ауылыбыҙҙан 240 кеше ошо ҡаты ҡан ҡойошло һуғышта һуғыша. Әйткәндәй, ошо бабай-олатайҙарыбыҙҙың күбеһе атлы кавалерия дивизияһында, үҙ аттары менән барып, алыша.
Һуғыш булғас, юғалтыуҙар ҙа күп була. Күп кенә ҡаһарман һалдаттарыбыҙ, оло еңеү көндәрен күрә алмай, яу ҡырында мәнгелеккә ҡорбан булалар. Күпме әсә балаһын, ҡатын ирен, бала атаһын юғалта, етем ҡала. Ҡайһы берҙәре аталарын бер ҙә күрмәй ҡала. Ауылда ҡалған инәйҙәр, апайҙар ирҙәр эшенә егелә, ҡарт бабайҙар уларға кәңәштәрен биреп, үҙҙәре лә бергә үгеҙ егеп, фронт өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек әҙерләргә тотона. "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн"-тигән лозунг менән йашәй тылдағылар. Үҙҙәре серек бәрәңге, алабута ашаһалар ҙа, бөтә аҙыҡты фронтҡа оҙаталар.
Еңеү көндәрен яулап ҡайтҡан олатай, бабайҙарыбыҙ һуғыштан һуң ауылды, илде тергеҙергә дәррәү тотона ла ул, әммә күп кенә яугирҙәр, һуғышта алған яралар арҡаһында, мәңгелек йортобоҙға, баҡыйлыҡҡа күсә.
Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙа бер генә ветераныбыҙ ҙа ҡалманы.
21 июнь Тирәкле ауылы "Ихлас" мәсетендә Хәтер көнө "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" тип аталған сара үткәрҙек. Был сараға ошо ветеран олатай, бабайҙарыбыҙҙың балалары, ейәндәре, туғандары, алыҫ араны яҡынайтып, йыйылдыҡ. Һуғыш, тыл ветерандарын хәтергә алып, ҡорбан салынды, мәсеттә табын әҙерләнде. Обелиск янында митинг үткәреп, бер минутҡа тын ҡалып, һуғыш яланында ятып ҡалған яугирҙәргә тере сәскәлар-кәнәферҙәр һалдыҡ.
Һуғыштан һуң ҡайтып, ауылдарҙы тергеҙеп, тыныс тормошта матур ғүмер итеп, мәрхүм булған ветерандарыбыҙға, әлеге МХО-ла батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙгә зыярат ҡылынды, уларҙың рухтарына Фәнзил хәҙрәт аяттар уҡып, доға ҡылды. Бик күп файҙалы кәңәш, вәгәздәр уҡып ишеттерҙе.
Килгән, ҡайтҡан туғандар алдында Алина Айбулат ҡыҙы, Венера Таһир ҡыҙы, Мөнирә Әғзәм ҡыҙы, Фәниә Ҡасим ҡыҙы телмәр тотто, атай-олатайҙарҙың һөйләгәндәрен иҫкә алдылар. Юлай Ҡасим улы атаһының миҙалын, документтарын иҫтәлеккә музейға тапшырҙы.
Фәниә Ҡасим ҡыҙы, һуғыш һәм тыл ветерандарын мәңгеләштереү, киләсәк быуынға уларҙың исемдәре, батырлыҡтары барып етһен өсөн, Обелиск төҙөү маҡсатында янып йөрөй. Ауылдаштарға, килгән ҡунаҡтарға ҙур тәкдим менән сығыш яһаны. Беҙ ҙә ошо мәсьәлә буйынса әңғәмәләшеп алдыҡ, һәм ошо баҫманы уҡыған ауылдаштар ҙа ҡаршы килмәй, мәтди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырҙар тип өмөтләнәбеҙ.
Был ҙур сара мәсет янындағы ойошма менән әҙерләнде, Венера Барый ҡыҙы матур һәм фәһемле итеп алып барҙы.
Илүзә Мырҙагилдина,
Тирәкле ауыл мәҙәниәт йорто мөдире