Унда дөйөм, урта белем биреү мәктәптәре, ауыл биләмәләре, предприятие, ойошмаларҙан 29 команда ҡатнашты. Спортсыларҙы район хакимиәтье башлығы Айрат Сәйетғәлин менән райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты буйынса рәйесе Алевтина Тиунова тәбрикләп, барыһына ла байрам кәйефе, уңышлы сығыш һәм иң шәп йыйылма команданың еңеүен теләне. Ярыш шарттары менән таныштырғас, йүгеректәр старт һыҙығына баҫты.