Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 12:10

Ниәттәр тормошҡа аша

Ауыл юлдарының сифаты, ниндәй хәлдә булыуы мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәктә. Уларҙың төҙөклөгө урындағы халыҡтың йәшәйешен сағылдыра.

Ниәттәр тормошҡа аша
Ниәттәр тормошҡа аша

Йәшерен түгел, XXI быуатта йәшәһәк тә һаман соҡор-саҡырлы, яҙлы-көҙлө үткеһеҙ бысраҡ, ҡышҡыһын бер ваҡытта ла таҙартылмаған, онотолған, ҡул һелтәнгән, бер кемгә лә кәрәкмәгән урамдар әле булһа ла бар һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  бик күп. Бындай юлдарҙан ҡоро көндәрҙә йәйәүләп тә, еңел машиналарҙа ла үтеп-һүтеп йөрөү бик уңайлы, тик ямғыр яуҙымы, ҡар иренеме — йортоңа урап, йә кәртә буйлап ҡайтып етәһең, ә “ҡорос ат”ыңды бөтөнләй ҡалдырып уҡ китәһең. Уңайлыҡтар ҡулыңдың буйы  етмәҫлек, хыялдар   булып ҡына ҡала.

Миҫал өсөн йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй. Максим Горькийҙағы ауыл араһындағы юлдарҙы ғына алайыҡ. Нисәмә йылдар халыҡ уларҙы төҙөкләндереү тураһында етәкселеккә мөрәжәғәт итһә лә, әлегә мәсьәлә сиселмәй ҡала килә. Бында таш түшәлгән хәлдә  кешеләрҙең йәшәү сифаты яҡшы яҡҡа үҙгәрер, ауыл йәмләнер  ине.

Ҡыуаныслы, яҡшы хәбәрҙәр ҙә бар. Халыҡ һорауы буйынса Уҫаҡлы ауылының “Таулы” урамына, ниһайәт, таш түшәлде. Бында юл бер ваҡытта ла ҡаралмаған булған икән. Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Урал Шәһиев ауылдаштарын борсоған юл мәсьәләһе тураһында  күптән  хәбәрҙар. Уның хәстәрлеге һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән уҫаҡлыларҙың  ниәте тормошҡа ашырылды. Әлшәй яғынан килгән подрядчик (Зиннәтуллин) 22, 23 июлдә 400 метр оҙонлоғондағы юлды ипләп  тә ҡуйҙы. Ташландыҡ тип һаналған урамға йән өрөлдө. Был ваҡиға ошонда тормош көткәндәрҙе ныҡ шатландырҙы, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе. Сөнки элек батҡаҡ кисергә тура килһә, хәҙер таҙа, таҡыр юлдан ғына йөрөйҙәр, еңел машиналарҙа ихаталарына тиклем үк ҡайтып етә алалар. Улар эшселәргә, етәкселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бик ҡәнәғәт ҡалды.

Тирәкле ауылының “Үҙәк” һәм “Ялан” урамдарында ла дөйөм 1,5 саҡрым оҙонлоғонда юлдарға таш йәйелде. Был эште Ҡырмыҫҡалы подрядчигы (Мөхәмәтйәнов) башҡарҙы. Ҡырмыҫҡалылар шулай уҡ Баҡалдыла “Йәштәр” урамында (700 метр) һәм бәләкәй тыҡрыҡтарҙа төҙөкләндереү сараларын үткәрҙе.

Юлдар ипле булғанда кешеләрҙең дә кәйефе күтәренке. Ҡалған ауылдарҙа ла ошондай ыңғай күренештәр, яҡшы эштәр булып торһон. Юлдарыбыҙҙан кинәнеп, рәхәтләнеп йөрөргә яҙһын.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в