Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 11:05

Әллә ҡасан уҡ кәрәк!

Дәүләт Думаһына йорт хайуандарын сығарып ташлаған өсөн штраф индерелеү тураһында хоҡуҡ проекты индерелде.

Әллә ҡасан уҡ кәрәк!
Әллә ҡасан уҡ кәрәк!

Ниһайәт, үҙҙәренең эт-бесәйҙәренән баш тартып, уларҙы йорттарынан сығарып ебәреп, яҙмыш һынауына ҡалдырған кисәге хужаларға етди штраф янаясаҡ.

Йорт хайуандарын сығарып ташлаһаң — 30 мең һум, хайуандарҙы приюттарҙа алама шарттарҙа тотҡан өсөн — 50 мең һум, дүрт аяҡлылар менән вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт булғанда (әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында енәйәти статьяға эләкмәһә)  — 100 мең һум штраф һалынасаҡ.

Документта шулай уҡ аҫрарға  йәки ҡулланырға ярамаған хайуандарҙы үҙенә алған, уларҙы айырыуса мөшкөл хәлгә төшөргән өсөн 150 мең һум штраф ҡаралған.

Был закон әллә ҡасан уҡ кәрәк ине. Кешеләр уның нигеҙендә эт-бесәй алыр йәки уларҙан баш тартыр алдынан, бәлки, ныҡлап уйланыр.

Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: