Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 11:00

Августа икмәккә хаҡ арта

Сеймалға, транспортировкаға, икмәкте төрөү материалдарына хаҡтарҙың күтәрелеүе сәбәпле, төп аҙығыбыҙ ҡиммәтләнәсәк.

Августа икмәккә хаҡ арта
Августа икмәккә хаҡ арта

Был хаҡта “Коммерсанть” баҫмаһы хәбәр итә: август айынан икмәккә, майға (маргарин 38%), шәкәргә 9 % хаҡтар күтәреләсәк.
Икмәккә хаҡ артыуға аграрийҙарҙың яҡшы уңыш артынан “ҡыуыуы” ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, фермерҙар бойҙайҙы үҫтереү баҫыуҙары артһа, унда үҫтерелгән уңыш сифатын яҡшыртыу өсөн төрлө матдәләр ҙә һатып ала. Һөҙөмтәлә улар аҙыҡ хаҡына ла йоғонто яһай. Етмәһә, ҡайһы бер төбәктәрҙә селекция үҙәктәре юҡ, шуға уларға бойҙайҙы көньяҡ төбәктәрҙән килтерергә тура килә. Ә был, әлбиттә, икмәккә хаҡ күтәреү өсөн бер сәбәп.

Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: