Инйәр
-1 °С
Облачно
Новости
7 Октября , 07:48

Тыуған яҡҡа һәм хеҙмәткә бәйләгәндәр яҙмыштарын

Райондың һәр ауылында тиерлек дан ғаиләләр, үҙ һөнәренең оҫталары  бихисап. Улар менән әңгәмә ҡороу, яҡындан аралашыу  күп яҡлы  һәләттәрен дә асыу мөмкинлеген бирә. Благовещенкала шундай  эшһөйәрҙәр ғүмер итеүенә ҡыуанып, сираттағы  юл сәфәрендә  Әлфиә Ҡотләмәтованы  осраттыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған яҡҡа һәм хеҙмәткә бәйләгәндәр яҙмыштарынТыуған яҡҡа һәм хеҙмәткә бәйләгәндәр яҙмыштарын
Тыуған яҡҡа һәм хеҙмәткә бәйләгәндәр яҙмыштарын

Мөһабәт ике ҡатлы йорттоң күркәмлеге  әллә  ҡайҙан үҙенә  тарта, ә инде  өй эсенең   сынъяһаулығы, хужаларҙың булдыҡлығына ишара.  Иркен урам, ихата һәм баҡса тотош гөл-сәскә, ағасҡа уралып  күккә олғашҡан  үрмәле  гөлдәр, матур ағас-ҡыуаҡтар, аллы-гөллө  йәшеллек араһында ҡош һындары, теплицалағы мул уңыш —  барыһы ла күҙҙе ҡыҙҙыра. Ҡыҙарып бешкән алмалар тупырлашып  ергә ҡойола,  мул уңыш  эшкәртелеп, оҙаҡламай ҡайнатма, компоттар менән яҡындарын һөйөндөрәсәк, тип, иҫ киткес  әкиәттәгеләй  тамашаға  һоҡланып ҡарағандан һуң,  Әлфиә Миңнехажи ҡыҙына һорауҙар яуҙырабыҙ.

— Булгакта йәшәп тә,  бында ҡайтып йөрөп тә,  был тиклем матурлыҡ  хасил итергә ҡасан өлгөрәһегеҙ? Етмәһә, муниципаль вазифа биләүсе  булараҡ та,  эшегеҙ донъя тулы...

— “Ҡорос ат”ым егеүле генә тора. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға,  ирҙәребеҙ менән бер рәттән еңелдән булмаған  эштәрҙе лә башҡарырға тура килә шул. Тәү сиратта, яуаплылыҡ тойоу һәм ғаиләне хәстәрләп йәшәргә ынтылыу. Бала саҡтан тырышлыҡ, ҡушылған һәр нәмәне еренә еткереп  ҡуйыу ҡаныбыҙға һеңгән.  Ҡаршылыҡтарҙы еңеп,  төшөнкөлөккә бирелмәй  маҡсатыбыҙға ирешәбеҙ.  Шуға күрә   һәр тарафтарҙағы уңыш-ҡаҙаныштар өсөн  Хоҙайға рәхмәтлебеҙ, - ти Әлфиә Ҡотләмәтова.

 1983 йыл  Ришат Фәрит улы  менән Әлфиә Миңнехажи ҡыҙы   күңелендә яҡты хис-тойғолар уята. Тап ошо осорҙа  ауыл хужалығы институты студенты  Әлфиәгә  тәҡдим яһай. Тырыш һәм таһыллы егеткә  һылыуҡай  ризалығын бирә. Йәштәр гөрләтеп туй яһай. Ғаилә усағы ҡабынып, яңы тормош башлана. Ошо хаҡта һүҙ барғас, әңгәмәсем үткәндәрен иҫенә төшөрҙө:

— Сығышым менән мин Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Шишмә ауылынан. Бала саҡтан сит телдәрҙе өйрәнеү теләге  булды,  шуға яҙмыш мине Өфөгә юлландырҙы. Тормош иптәшемде лә  бында таптым, осраша торғас, холҡон, белдеклеген  күреп, оҡшаттым. Өйләнешкәс, дөйөм ятаҡта йәшәнек. Ришат ветеринария факультеты тамамлағас, совхозға баш табип булып ҡайтты. Үҙем педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡып бөтөп, 1985 йылда диплом алдым.

1985-1986 йылдарҙа  ул  Көмәрлелә немец теленән уҡыта.  Һуңынан 2010 ҡәҙәр Благовещенка мәктәбендә кластан тыш тәрбиәүи  саралар  ойоштороусы була  һәм   башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Артабанғы 30 йыллыҡ  педагогик хеҙмәте Благовещенкала һәм  2021 йылға  тиклем  Булгак мәктәбендә үтә.

Ришат  Фәрит улы районда ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес. 2011 йылда мөһим темаға  диссертация яҡлай, ветеринария фәндәре кандидаты.  БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Россельхознадзор идаралығына етәксе итеп тәғәйенләнә.  Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырмай булдыҡлы ир-уҙаман. Бөгөн ул Башҡортостандағы  хайуандарҙың  һаулығын һаҡлау Федераль үҙәге  филиалының директор урынбаҫары һәм шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор Идаралығының рәйесе вазифаһын да башҡара.

Ҡотләмәтовтар — күп балалы ғаилә. Уларҙың  нәҫел дауамдары ата-әсәһенә оҡшап,  бөтә яҡлап та маһирҙар. Лилиә ҡыҙҙары медицина юлын һайлаған, табип-гинеколог-репродуктолог. “Ата һөнәре — балаға мираҫ”, ти халыҡ мәҡәле. Айрат  — ветеринар-хирург, үҙенең клиникаһын асҡан. Төпсөк улдары Эльдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Берҙәм рәүештә  ярҙамлашып, бер төптән  булғанға күрә, йәшәйештәре күптәргә үрнәк.

Әлфиә Ҡотләмәтова —  VI саҡырылыш район Советы депутаты, район Советы рәйесе урынбаҫары, Президиум Советы ағзаһы. КПРФ ағзаһы бер мандатлы 13- сө Благовещен  һайлау округы  депутаты.

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп  янып-көйөп ең һыҙғанған эшлекле  яҡташтарыбыҙ — дан ғаиләләрҙең береһе. Улар ауыл, район  ғына түгел, ә илебеҙ һәм республикабыҙ ғоурлығы.

Миләүшә Бәширова.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас