

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) Вольно-Сухарево ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы.
Бөгөнгө көндә торлаҡ пункттың 180 кешеһе Николаевка табип амбулаторияһында хеҙмәтләндерелә. Үҙҙәренең ФАП-ы асылыуы йәшәгән урында сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителеү мөмкинлеген бирәсәк. Бында даими рәүештә профилактик тикшеренеүҙәр, диспансеризация үтергә мөмкинлек буласаҡ. Шулай уҡ ундағы белгестәр патронаж эшен дә алып барасаҡ. Балалар өсөн табип-педиатр, вакциналау процедуралары ойошторласаҡ.
“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлығын - 78 йәшкә тиклем, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла һәм башҡа эштәр башҡарыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.