Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
28 Сентября , 09:28

Студенттар пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнә

Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау” белгеслеге 2023 йылда асылған.  Уҡыу ваҡыты – өс йыл да 10 ай. Киләһе йылда уҡыу йорто тәүге дипломлы белгестәрҙе сығарасаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Студенттар пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнәСтуденттар пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнә
Студенттар пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнә

Бүлек мөдире Эльза Арыҫланова матди-техник база, яңы һөнәргә өйрәтеү өсөн башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Колледжда асыҡ һәм ябыҡ полигондар булдырылған. Элекке тантаналар залын тулыһынса үҙгәртеп ҡороп, дрондарға идара итеү өсөн ҡулайлаштырғандар, ә асыҡ полигон колледж янындағы майҙансыҡта урынлашҡан. Бынан тыш, лаборатория, уҡыу бүлмәләре тейешенсә йыһазландырылған.

IV курс студенттары белем алған уҡыу бүлмәһендә беҙҙе махсус дисциплина уҡытыусыһы Артем Саттаров ҡаршы алды. Студенттар компьютерҙа дрондарҙың моделен эшләү менән шөғөлләнгән арала Артем Викторович менән әңгәмәләшәбеҙ. Йәш белгестең эш стажы әлегә дүрт йыл, шуның ике йылы – ошо белгеслек буйынса. Ул үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, уҡытыу эшенә тотонған.

– Пилотһыҙ осоу аппараттары менән әрмелә саҡта ҡыҙыҡһына башланым. Хеҙмәтем был йүнәлешкә бәйле булманы, шулай ҙа яңы өлкә үҙенә йәлеп итте һәм пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса махсус курс үттем, – тип ҡыҫҡаса үҙе менән таныштырҙы Артем Викторович.

Лабораторияла студенттар дрондарҙы йыйыу, һүтеү, ремонтлау менән шөғөлләнә. II курс студенты Артур Абдрахманов “Профессионалитет” чемпионатының республика этабында беренсе урынға лайыҡ булған. “Яңы йүнәлеш, яңы һөнәр һәр ваҡыт ҡыҙыҡ тойола. Уҡыу оҡшай. Пилотһыҙ авиация системалары бөгөн төрлө тармаҡтарҙа уңышлы ҡулланыла, йәғни хәрби тормошта ғына түгел, иҡтисадта, мәҫәлән, ауыл хужалығында ла ныҡ кәрәк. Киләсәктә ниндәй тармаҡта эшләремде әлегә аныҡ хәл итмәгәнмен, әммә ошо һөнәр буйынса хеҙмәт итәсәкмен”, – тине Артур.

– Студенттар тәүге ярты йылда дөйөм белем нигеҙҙәрен өйрәнә, яңы йылдан һуң махсус дисциплиналар башлана. Мәҫәлән, вертолет, самолет төрөндәге пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында мәғлүмәт алалар. Унан инде ике аҙналыҡ практика башлана. Был осорҙа дрондарҙы йыйыу, һүтеү, деталдәрҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу серҙәрен үҙләштерәләр. Артабан симуляторҙа идара итергә өйрәнәләр. Имтихан тапшырғандан һуң, III-IV курстарҙа, уларға ысын дрондарға идара итеү хоҡуғы бирелә. Уҡыуҙы тамамлаған дипломлы белгестәр пилотһыҙ авиация системалары ҡулланылған тармаҡтарҙа ғына түгел, уларҙы етештергән сәнәғәт объекттарында ла эшләй ала, – тип һөйләне Артем Саттаров. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас