Инйәр
+22 °С
Болотло
Новости
20 Сентябрь , 04:42

Ҡасан Башҡортостанда һыуыта һәм ҡар яуа?

Әле генә түгел! Синоптиктар ҡыуандыра.  

Ҡасан Башҡортостанда һыуыта һәм ҡар яуа?Ҡасан Башҡортостанда һыуыта һәм ҡар яуа?
Ҡасан Башҡортостанда һыуыта һәм ҡар яуа?

Сентябрҙә Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо урынлашты. Ай аҙағына тиклем һауа температураһы көндөҙ +20 градустан юғары торасаҡ. Октябрҙә республика халҡын нимә көтә? Синоптиктар фаразды яңыртты.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрь башы ла аномаль йылы буласаҡ. Айҙың тәүге көндәрендә +18, +21 градус булыуы көтөлә. Бынан һуң температураның бер аҙ түбәнәйеүе күҙәтелә – +8, +14 градусҡа тиклем. Бындай һауа торошо икенсе декада аҙағына тиклем тиерлек дауам итәсәк.

Октябрҙең өсөнсө декадаһы һалҡыныраҡ буласаҡ. Термометр бағанаһы +1, +6 градусҡа тиклем төшә. Ай аҙағында көндөҙгө һауа температураһы минусҡа төшәсәк. Тәүге ҡар 28 октябргә тиклем фаразланмай. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас