

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк тауыш биреүҙең икенсе көнө башланды. Быйыл беҙ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлайбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын һайлаясаҡтар, шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтә.
Тауыш биреү ваҡыты үҙгәрешһеҙ: урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем. Һайлау быйыл өс көн — 18-20 сентябрҙә үтәсәк.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә —Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы үтә. Был юлы купон буйынса ташламалар алып буласаҡ, алдағы йылдарҙағы кеүек бүләктәр уйнатыу ҡаралмаған.
Һайлауҙар буйынса ҡыҙыу элемтә телефоны: 8-800-200-00-20.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле буласаҡ. Ә килеүселәр буйынса, һайлауҙың тәүге көнө йомғаҡтары билдәле – беренсе көн аҙағына теркәлгән һайлаусыларҙың 31,89 проценты тауыш биргән. Был бик һәйбәт күрһәткес. Бөгөн һәм иртәгә лә күптәр барыр тип көтөлә.