Инйәр
+10 °С
Ясно
Новости
10 Сентября , 04:41

Йәшеллек именлеге һағында

Был йүнәлештә эш “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә алып барыла 

Йәшеллек именлеге һағындаЙәшеллек именлеге һағында
Йәшеллек именлеге һағында

Башҡортостан урман майҙандарының 100 процентын үҙ эсенә алған дистанцион мониторинг системаһы законһыҙ ҡырҡыуҙарҙы ғына түгел, рөхсәт документтарында билдәләнгәндән алып, шул иҫәптән урман декларацияһы һәм алып-һатыу килешеүе тамамланғандан һуң ағас әҙерләү осраҡтарын да асыҡларға мөмкинлек бирә. Был йүнәлештә эш “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Бөгөнгө көнгә урман декларацияһының ғәмәлдә булыу ваҡытынан тыш ҡырҡыуҙың 21 осрағы раҫланған.

– Рөхсәт документтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғандан һуң урман ултыртыу Рәсәй административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 8.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға йөҙ мең һумға тиклем штраф, шулай уҡ килешеү шарттарында ҡаралған тотороҡһоҙлоҡто түләтеү янай. Бынан тыш, бындай ғәмәлдәр урманды законһыҙ ҡырҡыу тип баһаланырға мөмкин. Һанлы контроль хоҡуҡи нормалар менән берлектә эштәрен срокка ярашлы алып бармағандары өсөн етди хәүеф тыуҙыра, быларҙың барыһы ла иғтибарһыҙ ҡалмай – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Фото: Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-09-10/y-shellek-imenlege-a-ynda-4807902 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас