Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
25 Августа , 03:54

Сентябрҙә +26 градус була. Ҡасанмы?

Йәйҙең һуңғы аҙнаһы аяҙ көндәре менән ҡыуандыра. Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы. Һәм фараздар ҙа шатландыра. Синоптиктар йәй аҙағы һәм көҙ башы йылы буласағын вәғәҙәләй. 

Сентябрҙә +26 градус була. Ҡасанмы?Сентябрҙә +26 градус була. Ҡасанмы?
Сентябрҙә +26 градус була. Ҡасанмы?

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август аҙнаһының һуңғы аҙнаһында һауа температураһы көндөҙ +22,+27 градус тәшкил итәсәк. Аҙна аҙағында һыуыта – көндөҙ термометр бағанаһы +11,+14 градусҡа тиклем төшә.

Сентябрь башы ысын мәғәнәһендә йәйге буласаҡ. Метеорологтар әйтеүенсә, сентябрҙең тәүге аҙнаһында көндөҙгө һауа температураһы +22-нән +26 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Төндә лә ярайһы уҡ йылы – +11-ҙән +17 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм көтөлмәй.

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-08-25/k-bashy-nind-y-bulyr-yyly-4791620 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас