Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
25 Августа , 05:28

Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур кино селтәрҙәренең береһе булдырылған

Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур, тармаҡлы һәм тотороҡло кино селтәрҙәренең береһе булдырылған. Ул айырым кинозал менән 29 муниципаль киноустановканы һәм киноконцерт залы менән берләштерелгән 22 кинотеатрҙы, 22  шәхси кинотеатрҙы һәм «Родина» кинотеатры дәүләт унитар предприятиеһын үҙ эсенә ала. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина хәбәр итте. 

Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур кино селтәрҙәренең береһе булдырылғанБашҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур кино селтәрҙәренең береһе булдырылған
Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур кино селтәрҙәренең береһе булдырылған

Төбәк илдә муниципаль кино селтәрен үҫтереү буйынса ла алдынғы позицияларҙы һаҡлай. Мәҫәлән, 2015 йылдан 2024 йылға тиклем республикала 66 киноустановка үҙгәртеп ҡоролған. Был маҡсатта конкурс процедураларын үткәргәндән һуң федераль Кино фонды 406 миллион һум аҡса бүлә.

2025 йылдан кинематография өлкәһендә «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» яңы федераль проекты Эшләй, уның операторы булып Кино фонды сығыш яһай. Проект сиктәрендә 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа кинозалдар элек һатып алынған ҡорамалдарҙы төҙөк хәлдә һаҡлау өсөн ярҙам ала.

2025 йылда Йылайыр ауылы кинозалы һайлап алыу йомғаҡтары буйынса кино ҡорамалдарын яңыртыуға аҡса алыуға ирешкән. 2026 йылда Салауатта, Мәләүездә, Күмертауҙа, Яңауылда һәм Белоретта ете кинозал конкурс еңеүселәре булды.

– Әлеге ваҡытта кинозалдар Салауат, Краснокама, Өфө райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында ғына юҡ, был уларҙың ҡалаларға яҡын булыуы һәм баш ҡала кино селтәренең асыҡ булыуы менән аңлатыла, – тип аңлатты Наталья Лапшина.

Республикала тамашасылар ағымының яртыһынан күберәген Бәләбәйҙә, Мәләүездә, Салауатта, Учалыла, Благовещенда, Яңауылда, Баймаҡта, шулай уҡ Дыуан, Шишмә һәм Хәйбулла райондарында 10 муниципаль кинозал тәьмин итә.

Кинозалдар булмаған тораҡ пункттарҙа фильмдарҙы «Башҡортостан» киностудияһының күсмә киномобиле ярҙамында күрһәтәләр. 2025 йылда был практика һөҙөмтәһендә 64 сеанс ойошторолған, уларҙы 4 меңдән ашыу тамашасы ҡараған.

***

Республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ Башҡортостандың брендына әйләнгән киноиндустрия һәм анимация тармағының үҫеше хаҡында һөйләне.

Төбәктә фильмдар менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, «Йәнле таҫма», «Асҡарфильм», «Башфильм» компаниялары, «Муха», «ARTWALL» анимация студиялары шөғөлләнә.

Башҡортостан Кинематографистар союзы эшләй, анимация кластеры асылған. 2026 йылда Кинематографияны үҫтереү буйынса ведомство-ара координация советы эшләй башланы.

Һуңғы йылдарҙа тулы метражлы фильмдар сығарыу әүҙем үҫешә. Улар иҫәбендә – «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!», «Батырҙар ташы», «Шағир көндәлеге», «Беренсе Республика», «Фәрзәнә көнбайышҡа бара», «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт», «Ярлыҡау», «Өс таған», «Йыл ғаиләһе» һ.б.

«Башҡортостан» киностудияһы фильмдары йыл һайын төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша, лайыҡлы наградалар һәм призлы урындар ала. Мәҫәлән, беренсе тулы метражлы башҡорт анимация фильмы «Төньяҡ амурҙары» Мәскәүҙә III Халыҡ-ара дөрөҫ кино фестивалендә «Иң яҡшы анимация фильмы» номинацияһында приз яуланы.

Республика режиссёрҙары «Керчь», «Пионер лагеры», «Ғәли Соҡорой», «Урал батыр» фильмдары һәм башҡа бик күп проекттар өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Башҡортостан Башлығы 2027 йыл бюджетында республика кинематографистарына ярҙам итеү өсөн суммаға иҫәп тоторға ҡушты.

– Был ижади процесты туҡтатмау өсөн мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Беҙҙә бик күп яҡшы фильмдар сыға, уларҙы әүҙем күрһәтергә кәрәк. Шайморатов генералға арналған «Салауат тоҡомдары» исемле яңы тулы метражлы анимация фильмын да киң прокатҡа сығарырға кәрәк, тип уйлайым. 
Автор:Рахимов А.
Читайте нас