Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
24 Августа , 06:45

Бар хазинанан ҡиммәтле ҡаһарман халҡым минең

 Йәмле миҙгел  тәбиғәте беҙҙе һөйөндөрһә, районда  смотр-конкурс халыҡ күңелен йыр-моңға сорнап, арбағандан-арбай. Илебеҙ   Халыҡтарының берҙәмлеге  йылы уңайынан  Оҙондарҙа ла сара ойошҡанлы һәм йәнле үтте. 

Бар хазинанан  ҡиммәтле ҡаһарман халҡым минеңБар хазинанан  ҡиммәтле ҡаһарман халҡым минең
Бар хазинанан ҡиммәтле ҡаһарман халҡым минең

  Ауыл клубы мөдире Маргарита Ҡотлоғәлләмова   йөрәктәрҙе йылытҡан һәм берләштергән, милләттәрҙең татыулығына арналған байрамда осрашыуыбыҙға  шатбыҙ тип,  ҡунаҡтарҙы, жюри һәм халыҡты сәләмләне.

  Зәкиә Хисамова,  Мөхәммәт Мырҙабаевтың  йырҙары дуҫтар, тыуған  төйәк һәм тәбиғәт матурлығына  бағышланыуы менән елкендерҙе. Ауыл хакимиәте башлығы Илфат Хөсәйеновтың “Ҡыр ҡаҙҙары”  ихлас алҡышланды.  Уҡытыусы Лилиә Ғәзизованың  “Ҡайтһын ирҙәр” тигән һағышлы йырын тыңлағанда  илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап,  яуға күтәрелгән ир-егеттәр күҙ алдынан китмәне. Тамашасылар   һалдаттарҙың иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтыуын теләп, тәрән уйҙарға батты. Ә инде Ильяс Фәйзуллиндың “Ике аҡҡош”о барыһын да  ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Яҙ етеү менән тыуған яҡҡа өсмөйөш булып теҙелешеп, ҡоштар ҡайтыуы иҫкә төштө.  “Гармун һайлай бер егет” тип, Гөлсинә Ғәлиеваның  йырлап-бейеүе залдағыларҙы ҡул  сабырға әйҙәп, дәртләндерҙе. “Аманат” һәм  “Моң” төркөмдәренең  ғүмер ҡәҙере, татыулыҡ, матур тормошҡа шөкөр итеп йәшәүгә  арналған “Ғүмер ике килмәй”, “Балтырған”, “Аллаһҡа шөкөр” йырҙарына  оҫталыҡтарын һалыуҙары  тәъҫирләндерҙе. Уларҙың шулай уҡ ҡумыҙҙа уйнап,  биҙәкле ҡалаҡтар менән  көй ыңғайына бер ритмда ҡушылыуы  кисәнең  йәме ине.

 Был көндә бөйөк   яҙыусы, шағир  Мостай Кәримдең шиғырҙары ла яңғыраны. Уның  “Ҡайын япрағы”н  Гөләндәм Ғәбитова уҡыуында ишеттек. “Россиянмын”ды Маргарита Ҡотлоғәлләмова һөйләне. “Бар хазинанан ҡиммәтле ҡаһарман халҡым минең”,-тигән юлдары  көнүҙәккә әйләнеүе менән хәтергә уйылды. Ә уның   “Әсәйемә” йыры иң ҡәҙерле кешебеҙгә бүләктәй тойолдо.  Йырсылар бер аҙ тулҡынланһа ла, һәр кем уларҙың номерҙарын яратып, йылы ҡабул итте.

 Район мәҙәниәт йорто директоры Фатима Ҡускилдина изге теләктәрен еткерҙе. “Мин яратам һине, тормош”  бәйгеһендә уңышлы сығыштары өсөн Фәһим Усмановҡа һәм Гөлсинә  Ғәлиеваға  Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Башҡарыу  оҫталығын камиллаштырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, дәрестәр ойоштороу кәрәклеген дә әйтте Фатима Мәхмүтйән ҡыҙы.

Тантана  аҙағында сәхнәгә Липовка ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Халиҡов сыҡты. Ул барыһына ла рәхмәт әйтеп, конкурс штандартын  Илфат Шакирйән улына тапшырҙы.

 Фестиваль йомғаҡланды. Яҡын-тирә ауылдарҙан  йыйылған  кешеләр осрашыуҙа күңел кәштәһен тулыландырҙы, рухын имләне, сәнғәткә һөйөүен белдереп, ҡәнәғәт таралышты.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас