Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
18 Августа , 04:50

Яҡты уйҙа алға табан: өмөт итә беҙҙең күңел

      Күркәм йорттоң ҡапҡаһын асыуға яҡты йөҙлө,  үткер ҡарашлы, ҡаҡса кәүҙәле ир-уҙаман  беҙҙе сәләмләне.  Бер ҡараһаң, таныш та кеүек, шулай ҙа төҫмөрләй торғас, Вәзих Зиннур улын танып, ихлас күрештек. Осрашмағанға  байтаҡ йылдар үткән, һис тә  үҙгәрмәгән. 

Яҡты уйҙа  алға  табан: өмөт итә беҙҙең күңелЯҡты уйҙа  алға  табан: өмөт итә беҙҙең күңел
Яҡты уйҙа алға табан: өмөт итә беҙҙең күңел

     Физкультура уҡытыусыһы  торғандарҙан түгел, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Вәзих Хөсәйенов йәш ир-егеттәргә биргеһеҙ  әле!  Уның йорт мәшәҡәттәре һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнеүе ҡул ҡаушыртмай. Хәләл ефете Ғәлиә  Ғәлим ҡыҙы менән барлыҡ  эштәрҙе бергәләп атҡаралар.  Ғаилә башлығы был хаҡта:

—  Дүрт баш умартанан быйыл бал мул ғына алынды.   Ҡуяндар аҫрайбыҙ, уларға аҙыҡ әҙерләп, тәрбиәләшеүҙә каникулдағы ейәндәрем Ғәзим менән Айнур булыша. Ауыл кешеһе малһыҙ тормай, ике һыйыр бар. Өҫтәлдә — экологик таҙа һөт, ҡорот, ҡаймаҡ.  Шулай уҡ баҡса үҫтерәбеҙ, - ти.

    Вәзих  Зиннур  улы 10-сы класты тамамлағандан һуң, Сәғит ауылында  ике ай  мәҡтәптә эшләй. Унан  1974-1976 йылдарҙа Украинала  һалдат һурпаһын татый.  Сержант званиеһында тыуған яҡтарына ҡайта һәм күп тә үтмәй  Липовка мәктәбенә физрук булып урынлаша.  1977 йылда Күмертауҙағы физик культура училищеһына уҡырға инә. Артабан комсомол йүнәлешендә  белемен Куйбышевта (хәҙерге Самара ҡалаһы) камиллаштыра һәм Комсомол ойошмаһы секретары вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо осорҙа  беренсел бүлектәрҙең эш барышын белешкәндә, буласаҡ тормош иптәшен осрата. Ике аралағы дуҫлыҡ   һөйөү хистәрен дөрләтә. 1980 йылда  йәштәрҙең сәстәре-сәскә бәйләнә. Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы  — ауыл советында,  унан совхозда бухгалтер булып эшләй. Егәрле Хөсәйеновтар  йорт ҡалҡыта.    1985-1986 йылдарҙа  Вәзих Хөсәйенов  кире мәктәпкә ҡайта.

 —  Яратҡан һөнәрем тынғы бирмәне,   61 йәштә хаҡлы ялға сыҡтым. Еңел атлетика, өйрәнелгән режим, хеҙмәтем юҡһындырҙы, башта  ҡыйын ине. Балаларҙы ныҡ яраттым, әле лә хөрмәт итеп торалар, -  тип үткәндәрен иҫенә төшөрҙө ул.

  Өс ул — өс терәк-таған. Тик  олоһо  Илмир  ҡайғыларға һалып, фажиғәгә тарый. Урыны йәннәттә булһын. Улы Тимур 5-се класҡа күскән. Ҡыҙы Эвелина  — колледж студенты. Йыш ҡына  ҡунаҡҡа килеп,  олатай-өләсәйҙе ҡыуандырып торалар. Ейәнсәрҙәре  торттар бешерергә оҫта. Тәмлекәстәре телде йоторлоҡ. Уртансы улдары  Дамир — юл төҙөлөшөндә мастер. Өйләнмәгән әле.  Төпсөктәре —  “Хөсәйен” позывнойлы МХО яугире. Өс йылы Абхазияла үткән, дүрт йыл  инде Украинала Тыуған  илебеҙ азатлығы өсөн намыҫлы хеҙмәт итә. Уның улдары Ғәзим һәм Айнур атайҙарының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Олатай – өләсәй  өсөн  ғәзиздәре   —  күңел йыуанысы.

    Хөсәйеновтарҙың ихатаһы, урамы гөл-сәскәгә күмелгән. Булдыҡлылар  бар нәмәгә лә өлгөрә. Беҙҙе бигерәк тә  гөлйемеш  хайран ҡалдырҙы. Шау емешле ҡыуаҡтың  шул хәтлем ҙур үҫеүе, әлбиттә, һәр кемдең иғтибарын үҙенә тарта. Благовещенка  уңғандары  донъяларын сынъяһау итеүҙәре менән күңелде арбай. Замандың ауыр һынауҙарына бөгөлмәй  Вәзих  Зиннур улы һәм Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы. Яҡташтарыбыҙ яҡты уйҙарҙа  алға өмөт менән ҡарап алһыу таңдарҙы ҡаршылай. Изге теләктәрегеҙ бойомға ашһын.

    Физкультурниктар  көнө  уңайынан  “Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм райондағы яҡшы спорт һөҙөмтәләре, физик культура   һәм  спортты үҫтереүҙә тос өлөш  индергәне өсөн”  педагогик  хеҙмәт ветераны Вәзих Зиннур улы Хөсәйеновҡа муниципаль район Советының  Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас