Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
18 Августа , 10:47

Илһам алып шатлыҡлы көндәрҙән алтын туйға еткән татыу пар

 Абҙан ауылында элек-электән  уңғандар йәшәй.  Ошо көндәрҙә эшһөйәр ғаиләләрҙең береһе — Миңһылыу һәм Әхәт Хәсәновтарҙы күрергә насип булды. Ихатанан инеүгә тирә-яҡтағы бөхтәлек һәм күркәмлек күҙгә ташланды. Ә инде  төрлө бүлмә гөлдәре  ҡояш яҡтыһында   яҡты хистәр уятты. Әхәт Миңнебай улы менән әңгәмәләшкән арала Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы  икенсе бүлмәлә Татарстандың “Апанай” мәҙрәсәһенән онлайн-дәрес тыңлай ине.

Илһам алып шатлыҡлы көндәрҙән алтын туйға еткән татыу парИлһам алып шатлыҡлы көндәрҙән алтын туйға еткән татыу пар
Илһам алып шатлыҡлы көндәрҙән алтын туйға еткән татыу пар

 Хужа яйлап ҡына үткәндәрен барланы. Зәкиә һәм Миңнебай  Хәсәновтарҙың ғаиләһендә биш бала — ике ҡыҙ, өс малай үҫкәндәр. Баләкәйҙән үк тырыш була.  Ир-егет бурысын Һарытау өлкәһендә үтәп ҡайтҡас, ҡалала түгел, тыуған ауылында   төпләнә һәм  колхозда  тир түгә. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа,   таһыллыҡ, яуаплылыҡ  менән тотона, булдыҡлы егет сәсеү, урып-йыйыуҙа ла алдынғыларҙан  һанала.

  Йәш-елкенсәк  совет осоронда таңға ҡәҙәр клубта күңел аса. Шулай бер мәл  ул  клубта Миңһылыуҙы   күреп ҡала. Бер-береһен оҡшатып, осраша башлайҙар. Мөхәббәт утында янған  йәштәр 1976 йылда  матур итеп туй яһай.

— Тәүҙә ата-әсәйем менән бергә йәшәнек. Бер әбейҙән бәләкәй генә  3х3  йорт һатып алғас, башҡаланып, үҙебеҙҙең  донъяны көтә башланыҡ,-ти Әхәт Миңнебай улы.

 Ҙур торлаҡ та һалына. Ғаилә усағы гөрләй: бер-бер артлы дүрт ҡыҙ —  һөйөү емештәре өйҙәрен йәмләй.  Бөгөнгө көндә Айһылыу — Талбазыла, Илзидә, Гөлфиә һәм Гөлназ  Өфөлә  йәшәйҙәр. Уларға йөрәк йылыһын тигеҙ бүлгән  ҡәҙерлеләре бөтәһенә лә юғары белем биреп, башлы-күҙле итеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Һәр береһенең үҙ көйө. Әлбиттә,  тыуған нигеҙ тартыу көсөнә эйә, шуға ла  йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар.

 Миңһылыу —  Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы һәм Сәмиғулла Ғибәҙулла улы  ғаиләһендәге баш бала.  Иманлы өләсәйҙең  дәресе тамамланғас,  үҙе хаҡында түбәндәгеләрҙе  бәйән итте:

— Беҙ — етәү, иң олоһо мин һәм төпсөгөбөҙ ҙә ҡыҙыҡай, беҙҙең арала — биш малай. 10-сы класты тамамлағас,  хыялымды тормошҡа ашырырға теләп, йәнәһе бейеүсе булмаҡсымын, Стәрлетамаҡтағы училищеға  уҡырға индем. Бер аҙҙан күңелемә ятмай башланы һәм башҡа колледжды һайланым. Ауыл клубына  художество етәксеһе кәрәк тигәс, уҡыуымды ташлап ҡайттым һәм 1988 йылға ҡәҙәр эшләнем. Декрет ялынан һуң китапханаға күстем. Балалар, хужалыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр өйөлә бит инде ҡатын-ҡыҙ иңенә, шуға күрә китапханасы  вазифаһында байтаҡ йылдар  хеҙмәт йылъяҙмаһын тултырып, 41 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыҡтым. Татыу ғүмер итеүебеҙгә  ярты быуат   һиҙелмәй үткән. Иремдән һис ҡасан ауыр һүҙ ишетмәнем. Бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп  йәшәйбеҙ. Намаҙҙамын. Сөнки кеше һәр саҡ камиллашырға тейеш. Халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән: ғилем —ҡош, аҡыл — ҡанат. Йыл һайын әруахтар рухына бағышлап,   Ҡөрьән уҡытабыҙ. Шулай әкренләп мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, йәшәп ятҡан көн.

— Әле бына балалар ҡайтып, хужалыҡ тирәһендә булыштылар. Уларҙың  хәстәрләп тороуҙарынан ҡәнәғәтбеҙ, -тип һүҙгә ҡушылды Әхәт Миңнебай улы.

 Замандан артта ҡалмайынса,  яңылыҡтар һәм тормошҡа үҙ ҡараштарын белдереп йәшәй татыу пар. Ысынлап та, хужаның ҡулы алтын, ә  хәләл ефетенең  егәрлелеге  йәшәйештәрен йәмле, ғәмле итә.  Бөгөн улар  күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергән ғәзиздәренең изгелектәрен күреп һөйөнә. Ете ейән-ейәнсәр һәм ике бүлә —  Хәсәновтарҙың нәҫел дауамдары. Эшсән ғаиләнең  тормошона  һоҡланып,  “Ҡулың да —  байлыҡ, белем дә — байлыҡ” икәнлегенә инанаһың.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас