Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
18 Августа , 10:43

Ентекле эш алып барыла

Башҡортостанда пилотһыҙ авиасистемалар өлкәһендә ғилми-етештереү үҙәген булдырыу буйынса эш дауам итә. 

Ентекле эш алып барылаЕнтекле эш алып барыла
Ентекле эш алып барыла

Башҡортостанда “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары технологияларын үҫтереү өлкәһендә Һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-етештереү үҙәген булдырыу буйынса эш дауам итә. Был хаҡта республиканың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.

Министрлыҡ вәкилдәре, “Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм ғилми-етештереү үҙәге резиденттары Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының үҙәкте кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса кәңәшмәһендә ҡатнаша.

Унда һатып алыуҙар ваҡытында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшерәләр. Ҡорамалдарҙы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән яраштырыу процедураларын тамамлауға һәм уның Рәсәй сығышлы булыуын раҫлауға айырым иғтибар бүленә.

Әлеге ваҡытта ғилми-етештереү үҙәген йыһазландырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыу һәм килешеү буйынса эш дауам итә. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу үҙәк инфраструктураһын артабан үҫтереүҙе һәм уның эшен ҡуйылған бурыстарға ярашлы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.  

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-18/entekle-esh-alyp-baryla-4784962 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас