

Күптән түгел бында иңде-иңгә терәп оҙайлы йылдар ғүмер итеүсе Рәйсә һәм Рауил Юлбарисовтар менән күрешергә форсат табылды. Әңгәмә барышында минең ҡыҙыҡһыныуым һәм ғәжәпләнеүем артҡандан - арта барҙы.
Халҡыбыҙҙа тапҡыр мәҡәл бар: “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”. Был, һис шикһеҙ, Рауил Хажи улына ҡағыла. Хәләл ефете Рәйсә апай белеп әйтә: “Иремдең ҡулында ағас та, тимер ҙә иреп кенә тора, алтын ҡуллы бит ул”. Маҡтауы юҡҡа түгелдер тип, хужаның үҙенә мөрәжәғәт итәм.
— Бәләкәйҙән атайым өйрәтте: бер нәмәне лә башлағас, ташлама, әгәр башлағанһың икән, аҙағына еткереп ҡуй. Иренмәһәң, үҙеңә кәсеп табырһың. Уның һүҙҙәрен ғүмерем буйы онотманым. Хеҙмәт тәрбиә бирә, оҙон ғүмерле булыуым да шуға бәйле. Шөкөр, 89 йәштәмен, бирешергә уйламайым. Бер тапҡыр ҙа тик ултырғаным булманы, 80 йәшем тулғансы эшләнем, -тип хәтер һандығын асты ул.
Инәһе Сабира һәм атаһы Хажи — Көмәрленән. Ул 1937 йылдың 20 апрелендә тыуған. Ауылда — башланғыс класта, һуңынан Абҙанда уҡыған. 15-16 йәштән Вәлияр ағаһы менән комбайнда ярҙамсы булараҡ колхозда бергәләшкән. Икмәктең ниндәй көс түгелеп табылыуын, колхозсыларҙың ҡара тир түгеүен күреп, уны аңына һеңдереп, буй еткергәнгә күрә, киләсәген маҡсатлы, тормошон мәғәнәле иткәндер.
— Көс-ҡеүәтем шәп саҡта шәмбе, йәкшәмбе минең өсөн эштең иң ҡыҙған мәле булды, башҡа көндәрҙә производствола тырышһам, өйҙә күңел биреп яратҡан шөғөлөмә тотондом. Райкомда һөнәри техник йүнәлештәге курста белемемде камиллаштырып ҡайтырға тип, Өфөгә барырға өгөтләгәс, ризалыҡ бирҙем. Шулай итеп, мәктәптә 33 йыл черчение, машиноведение (двигатель һәм сәсеү агрегаттары төҙөлөшө, төрлө техника серҙәренә өйрәтеү), хеҙмәт (ағасты эшкәртеп, әйберҙәр яһау, металды ҡулланып, токарь, фрезер станоктарында эшләргә өйәртеү) дәрестәре уҡыттым. Балалар ҡыҙыҡһыныусан, тыңлаусан. Һәр класта уҡыусылар ҙа күп ул ваҡытта, хәҙер инде — 5-6 ғына, донъялар бына нисек үҙгәрҙе. Стажым 45 йылға яҡын,- ти таҙа зиһенле оҫта.
— Рауил ағай, һеҙ ҡасан өйләндегеҙ? - тип төпсөнәм.
— Мөкиббән эш менән мауығып, өйләнеү тураһында уйламағаным. 32 йәшемдә Рәйсәне осраттым,- тип һүҙен ошо юҫыҡҡа бороуға, хужабикә әңгәмәгә ҡушылды.
— Мин — Иглин районы Түбәнге Ләмәз ауылынан. Урта мәктәпте тамамланым. Бер заман райкомға барғайным, йүнәлтмә буйынса мине Архангел районына ебәрҙеләр. Кейәүгә сығыу тураһында башҡа ла килмәне. Рауил менән осрашып, һөйләшеп йөрөнөк, ул миңә гелән ярҙам итте. Изгелекле, ярҙамсыл, киң күңелле егет күңелемде яуланы, миңә 22 йәш ине, 1969 йылда өйләнештек. Өс ҡыҙыбыҙ бар: Рәүзилә, Эльвира, Аида. Мәктәп китапханаһында 36 йылым үтте: хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу. Икебеҙ ҙә — ветерандар. Элек тә маҡталдыҡ, ҡәҙер иттеләр, хәҙер ҙә онотмайҙар. Тормош иптәшем менән татыу йәшәйбеҙ, - ти Рәйсә Закир ҡыҙы.
— Рауил ағай, ҡул эштәре менән нисек мауыға башланығыҙ, һөйләгеҙ әле ошо турала?
— Атайҙан өйрәндем, ат санаһы эшләй торғайны, уның янында ҡарап, барыһын үҙләштерҙем. Көмәрле халҡына бик күп әйберҙәр яһап бирҙем: ҡыҙҙарға — көйәнтә, малайҙарға сана, саңғы. Көйәнтәне айырыуса күп эшләнем, туйға, киленгә һыу юлы күрһәтергә кәрәк, тип килә апайҙар, еңгәләр. 20-ләгән шифоньер, кәштәләр, аяҡ кейемдәре өсөн тумба, ултырғыстар, табуреткалар, шкафтар, китап этажеркаһы, күхня ҡулайламалары, баш кейеме һәм өҫ кейемдәре өсөн элгес — барыһы ла үҙебеҙгә лә, ауылдаштарға ла шатлыҡ килтерһен, тип тырыштым. Кешеләр күпләп һарыҡ аҫрай, тәүҙә — орсоҡ , шунан йөн иләү машинаһы яһаным. Баш вата торғас, электр двигателе менән иләй торғаны ла барлыҡҡа килде. Ел тирмәне лә эшләнем, беҙгә килә торғайнылар, фураж үткәрергә. Һабантуйҙарҙа минең яһаған әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Үҙ ғүмеремдә тәмәке тартманым, ҡаты эсемлектәр эсмәнем, шуға ла һау-сәләмәтмен, - тип ул мастерскойын күрһәтергә саҡырҙы.
Соланға сыҡҡас, быяла ишекле, семәрле, матур шифоньерҙы күреп, һоҡланыуымды белдереп, алтын ҡуллы ир-уҙаманды маҡтап алам. Ысынлап та, оҫталарҙың да оҫтаһы икән Рауил Юлбарисов!
Мастерскойҙа ниндәй генә деталдәр юҡ! Иҫ киткес бөхтәлек һәм тәртип. Эш ҡоралдары сөйгә эленгән: кәрәклеһе күҙ алдында ғына. Быныһын ҡарап бөтөүгә әңгәмәсем икенсе мастерскойына ыңғайлатты. Бында иһә уның ҙурҙан-ҙур хеҙмәт емеше — мини-тракторы! Шулай уҡ таҙалыҡҡа, иплелеккә хайран ҡалдым. Һәр ҡорамал тейешле ерҙә: эҙләп йонсойһо түгел.
— Тракторҙы һәр ир-егет эшләй ала, теләк кенә кәрәк. Уны һатып алам тиһәң, мул аҡса йыйырға тейешһең. Ер һөрөргә, тырматырға, сәсергә тап ошо техника ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме бит инде. Яҙлы-көҙлө йәрминкәгә алып сығам. Әйҙә, сығарып,йөрөтөп алайым, -ти аҡһаҡал.
Йәмле августың ҡояшлы көнөндәге был осрашыу һәр беребеҙҙең күңеленә йылылыҡ, илаһи наҙ һәм шатлыҡ өҫтәне. Оло быуын вәкиле менән аралашыу — бер яҡтан фәһемле лә, икенсенән, мауыҡтырғыс та булды. Ағас һәм тимер уға уйланырға мәжбүр итһә, уй-ниәте, фантазияһы тыуҙырған һәр әйбер — үҙе хазина, бай ҡомартҡы!
Ғүмерен заяға уҙғармай, нәҡ хеҙмәттең һәм сәләмәт йәшәү рәүешенең әһәмиәтен тормошона маяҡ итеп алға ҡуйған Рауил Юлбарисов йәштәргә бына тигән өлгө!
Миләүшә Бәширова.