Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
17 Августа , 10:24

Бал ҡортоноң телен балсы белер, татлы табыш һөйөндөрөр

Йәйҙең матур көнө.   Иркен  ялан-туғайҙарҙа сәскәнән-сәскәгә ҡунып,  бал ҡорттары гөжләй. Умарталыҡ янында  Флүр Ғариф улы  ең һыҙғанып, нәҙекәйбилдәрҙең эш барышын тикшерә: рамдарға күпме бал йыйылған... Эшһөйәр ир-уҙамандың  мәшәҡәте баштан ашҡан, ни тиһәң дә,  йөҙләгән баш умартаны ҡарап өлгөрөргә кәрәк.

Бал ҡортоноң телен балсы белер, татлы табыш һөйөндөрөрБал ҡортоноң телен балсы белер, татлы табыш һөйөндөрөр
Бал ҡортоноң телен балсы белер, татлы табыш һөйөндөрөр

Был тик булдыҡлылар ҡулынан килә торған шөғөл. Атаһы Ғариф Харис улы  биш улына:  Булат (мәрхүм инде), игеҙәктәр  Илфат, Илшат  һәм Флүр, Фәршәткә  үҙенең шәп һөнәрен  мираҫ итеп ҡалдырған. Барыһы ла  умартасылыҡҡа мөкиббән бирелгән. Халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән: “Атанан күргән уҡ юнған”.  Бәләкәйҙән үк ололар   эргәһендә  ярҙамлашып,  ҡорт айырғанда  кәрәкле әйберҙәр биреп, эш мәғәнәһенә төшөнөп тороуҙары  үҙҙәре өсөн бына тигән миҫал булған, әлбиттә.

       Умартасы   бер яҡтан,  мәшәҡәтле лә, икенсенән, файҙалы ла шөғөлгә йәлеп иткән ата-әсәһен хөрмәтләп  телгә алды:

— Инәйем Клара Мырҙабай ҡыҙы —  Муллаҡайҙыҡы, атайым  Ғариф   Харис  улы   сығышы  менән Аҙау ауылынан, тырыш, егәрлеләр ине.  Электән  ҡорттары күп булды, уларҙан өлгө алып, белмәгәнде өйрәнеп үҫтек.  Йыл да рухтарын шат ҡылып, Ҡөрьән аштарына йыйылабыҙ, беҙгә матур тәрбиә бирҙеләр. Тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, маҡсатлы йәшәүебеҙҙе теләнеләр,  шуға бик тә рәхмәтлебеҙ.

      Яратҡан эш күңелгә ҡыуаныс ҡына бирә. Йыл нисек  — бал шуға ҡарап алына. Быйыл, шөкөр,  уңышлы ғына, тип һөйөнә. Умарталарҙы күсереп тә йөрөтә,  ул саҡта улдары  һәм ауылдаштары ярҙамға килә. Белорет яғына ла алып баралар. Ҡортто аҫрағас, уның наҙын да күрә белергә  кәрәк. Ҡыш махсус урында — омшаникта, ҡайһы  берҙә  ҡар аҫтында ҡышлата. Ауырыу булмаһын өсөн  сараһын   күреп тора. Бал ҡортоноң телен балсы белер, тигәндәй, Флүр  Ғариф улы ҡорттары  айырған саҡта айырыуса тырышлығын һала. Хәләл ефете Тәнзилә Батырйән ҡыҙы ла эргәһендә генә.

— Тоҡомо үҙебеҙҙеке, “Муллаҡай бал ҡорттары” тип йөрөтәбеҙ,  - ти  ул йылмайып.

Ялаловтарҙың ике улы бар. Ирек үҙҙәре менән йәшәй. Илсур  хәрби юлды һайлаған, илһөйәр егет МХО яугире, Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй. Ҡатыны Розалина менән өс балаға яғымлы ата-әсәй.

— Йәмилә ейәнсәребеҙгә—   11 йәш, Асҡар ейәнебеҙгә — 6, Камила  бәләкәсебеҙгә  дүрт йәш. Олатай-өләсәй булып, ҡыуаныс кисерәбеҙ,- ти ғаилә башлығы.

30  йылдан ашыу килемле кәсепкә бөтә күңелен биргән  Флүр Ғариф улы табышлы ла, йәшәйешендә бәхетле лә. Яҡындары менән бергәләшеп, хәләл көстәрен түгеп  тапҡан татлы ризыҡты — йүкә һәм сәскә балын  тәмләгән күптәр  барыһына ла һаулыҡ һәм уңыштар теләй.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Бал беҙҙең төбәк өсөн тарих, традициялар һәм мәҙәниәт кенә түгел, ә иҡтисадтың да мөһим өлөшө булып тора. Башҡортостан Рәсәйҙең төп бал төбәге статусын артабан да нығытһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе эшләргә тырышабыҙ”.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас