Инйәр
+12 °С
Облачно
Новости
16 Августа , 18:51

Элекке механизатор - БПЛА операторы

Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе "Башҡорт" позывнойлы яҡташыбыҙ тыныс тормошта механизатор булып эшләй. Бөгөн ул осоуһыҙ пилот аппараттарвының өлкән операторы булып хеҙмәт итә - 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 

Элекке механизатор - БПЛА операторыЭлекке механизатор - БПЛА операторы
Элекке механизатор - БПЛА операторы

Яугир һүҙҙәренсә, бөгөн БПЛА операторҙары разведкала, сәп төбәү, һөжүм итеү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә ҡатнаша, шулай уҡ боеприпастар һәм медикаменттар ташыуҙа ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта дрондар менән идара итеү оҫталығы тыныс тормошта ла бик кәрәкле, ти ул.

‎Яңыраҡ "Башҡорт" ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып ҡайта. Уны яҡындары, ауылдаштары йылы итеп ҡаршы ала, яугир ял көндәрен ғаиләһе - ҡатыны һәм өс балаһы янында уҙғарып, артабан хәрби бурысын үтәргә көс-дәрт туплап, юл ала. Уның иҫән-имен йөрөүен теләйбеҙ!

Осоуһыҙ пилот аппараттары подразделениеларында хеҙмәт итеүгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ бар икән, 122 телефон һандары буйынса шылтыратып яуап алырға мөмкин. ‎ ‎ 

https://bashgazet.ru/news/care/2026-08-16/elekke-mehanizator-bpla-operatory-4783447 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас