

Быйыл кишер уңдымы? Уны ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, иғтибарығыҙға ҡышҡылыҡҡа тәмле кишер салаты рецепты тәҡдим итәбеҙ.
2 кг кишер, 1,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 150 г һарымһаҡ, 150 г шәкәр, 30 г тоҙ, 100 мл 9 процентлы уксус, 0,5 л үҫемлек майы, бер ус петрушка алына.
Помидор, кишерҙе – ҡырғыстан, татлы борос менән һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, петрушканы турап, барыһын бергә ҡушырға һәм шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, көнбағыш майы өҫтәп 30-40 минут ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2026-08-08/kisher-n-ysh-yly-a-salat-eshl-g-nege-barmy-4775963