Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
30 Июля , 18:28

Ҡыярға баллы һыу һибегеҙ

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра.  

Ҡыярға баллы һыу һибегеҙҠыярға баллы һыу һибегеҙ
Ҡыярға баллы һыу һибегеҙ

Был кәңәш ысынлап та эшләй: һыу һибеү ваҡытында бер аҙ бал өҫтәгеҙ һәм ҡыярҙарығыҙ емерелеп уңыр. Ҡыяр шәрбәт, бигерәк тә баллы һыуҙы ярата. Бындай туҡландырыу үҫеүҙе көсәйтә, япраҡтарҙың һарғайыуынан һәм ҡороуынан һаҡларға ярҙам итә.

Бал ярҙамында быуындар һаны арта, ә үҫемлектәрҙең иммунитеты нығый. Тупраҡ уңдырышлыраҡ була.

Файҙалы төнәтмәне әҙерләү еңел генә: 5 литр һыуға 3 балғалаҡ бал (хатта иҫке, шәкәрле лә ярай) һалып, эреп бөткәнсе яҡшылап болғатығыҙ һәм үҫенте төбөнә ярты литр самаһы ҡойоп сығығыҙ.  

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2026-07-30/yyar-bally-yu-yarata-4767434 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас