Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
30 Июля , 18:27

Содаһыҙ булмай

Мәҫәлән, тирләгәндә, транспортта уҡшытҡанда, насар еҫ булғанда... 

Содаһыҙ булмайСодаһыҙ булмай
Содаһыҙ булмай

Сода аш-һыу бешергәндә генә түгел, көнкүрештә һәм төрлө дауа сараларында ла бик файҙалы. Бына уның ҡайһы берҙәре.

- Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр.

- Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар.

- Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.

- Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.

- Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.

- Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.

- Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа, бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.

- Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.

- Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.

- Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ.

- Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода ала. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.

- Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер.

- Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ. 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-07-30/yaray-le-soda-bar-4767336 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас