Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
30 Июля , 11:08

Сүп-сар — көнүҙәк мәсьәлә

Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләүҙең нисек иҫәпләнеүе, ағас ботаҡтарын, кипкән үләнде ҡайҙа ҡуйыу һәм ни өсөн хәүефле әйберҙе дөйөм контейнерға ташларға ярамауы тураһында беҙ «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Илдар Абдуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Сүп-сар — көнүҙәк мәсьәләСүп-сар — көнүҙәк мәсьәлә
Сүп-сар — көнүҙәк мәсьәлә

— Илдар Хәмзә улы, халыҡты борсоған һорауҙарҙың береһе — ҡаты коммуналь ҡалдыҡ менән эш итеү өсөн түләү нисек иҫәпләнә? Күптәр теркәлеү, милек хоҡуғы һәм ғәмәлдә йәшәү мәсьәләләрендә бутала.

— Ысынлап та, бында йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға, шуға күрә асыҡлап үтәйек. Иҫәпләү Рәсәй   Хөкүмәтенең 354-се ҡарары һәм Торлаҡ кодексы статьяһына нигеҙләнгән. Ҡыҫҡаса алгоритм түбәндәгесә: беҙ кешенең торлаҡҡа милек хоҡуғы, шулай уҡ бинала теркәлгән граждандар бармы-юҡмы икәненә ҡарайбыҙ. Әгәр фатирҙа берәү ҙә теркәлмәһә, түләү милекселәргә яҙыла. Әгәр теркәлгәндәр булһа, түләү уларҙың һәр береһенә иҫәпләнә, хатта кеше ошо адрес буйынса ғәмәлдә йәшәмәһә лә. Торлаҡты файҙаланмау коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙән азат итмәй. Был — закон.

— Әгәр кешенең милкендә бер нисә торлаҡ булһа?

—Ул саҡта түләү теркәлгән граждандар булмаған һәр фатир өсөн яҙыла. Бынан тыш, түләү үҙегеҙҙең теркәлеү урынығыҙ буйынса ла алына. Әгәр берәү ҙә теркәлмәгән фатирҙа һеҙ өлөшкә эйә булһағыҙ, түләү өлөш күләменә ҡарамайынса, тулы тариф буйынса иҫәпләнә. Бурыстар йыйылмаһын өсөн быны иҫтә тотоу мөһим.

— Баҡсасылар, шәхси йорт хужалары сабылған үләнде, ботаҡтарҙы һәм япраҡтарҙы контейнерҙарға ташларға яраймы, тип һорай?

— Юҡ. Үҫемлек  — коммуналь ҡалдыҡ түгел, уны дөйөм һыйымдарға ташлау ҡәтғи тыйыла. Беренсенән, логистика боҙола: контейнерҙар шунда уҡ тула, ә көнкүреш сүп-сарына урын ҡалмай. Икенсенән, эре ботаҡтар махсус машиналарҙың механизмдарын боҙа, был — техникаға тура зыян. Өсөнсөнән, серегән япраҡ һәм үлән кимереүселәр менән бөжәктәрҙе йәлеп итә, антисанитария тыуҙыра. Ә иң мөһиме: бындай ҡалдыҡтарҙы сығарыу һеҙҙең тарифҡа индерелмәгән, уларҙы эшкәртеү ҡала бюджетына өҫтәмә ауырлыҡ булып төшә. Был башҡа кешеләргә ҡарата — ғәҙелһеҙлек.

— Ул сағында баҡса «байлығы» менән ни эшләргә? Ул бит йылы миҙгелдә күпләп йыйыла.

— Иң ябайы һәм файҙалыһы — үләнде компост өйөмөнә һалыу. Ваҡыт үткәс ул тәбиғи ашламаға әйләнә. Ботаҡтарҙы ваҡлағыс (шредер) аша үткәрергә, аҙаҡ түтәлдәргә мульча итеп ҡапларға йәки юлға һибергә була. Эреләрен утынға, декоратив кәртәгә ҡулланырға мөмкин. Былай яндырырға теләгән осраҡта иһә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, быны тик тимер һыйымдарҙа эшләргә ярай. Янғынға ҡаршы режим осоронда ут тоҡандырыу ҡәтғи тыйыла.

— Ҡайһы бер кешеләр төҙөлөш материалын да сығарып түгергә аптырамай…

— Уларҙы ла дөйөм контейнерға ташлау тыйыла. Ҡағиҙәне боҙған өсөн административ штраф ҡаралған. Законлы юлдар бер нисәү: лицензиялы компаниянан сығарыуға заказ биререү, идарасы компанияға мөрәжәғәт итеү (улар йыш ҡына подрядсылар менән эшләй) йәки ҡайһы бер ҡалдыҡтарҙы (кирбес һыныҡтарын, бетонды, тимерҙе) эшкәртеүгә тапшырыу. Материалдарҙы ташлағы килмәһә, район чаттарында иғлан биреү яҡшы — күптәргә улар баҡса йәки хужалыҡ ҡаралтылары өсөн кәрәк булыуы ихтимал.

— Тағы бер мәсьәлә: батарейка, терегөмөшлө термометр кеүек хәүефле ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ташларға? Уларҙы сүп-сар менән бергә ырғытырға ярамай бит?

— Был бик мөһим тема. Бер батарейка, бәләкәй кенә күренһә лә, 20 квадрат метр ерҙе һәм 400 литр һыуҙы ауыр металдар менән зарарлай ала. Терегөмөш термометры — тағы ла хәүефлерәк. Баш ҡалабыҙҙа бындай ҡалдыҡтар өсөн 200-ҙән ашыу ҡабул итеү пункты — экобокстар эшләй. Улар мәктәптәрҙә, сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа урынлашҡан. Адрестарҙы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең «Өфө интерактив» бүлегендә табырға була. Йыйылған батарейкалар эшкәртеүгә ебәрелә, уларҙан сәнәғәт өсөн файҙалы материалдар алына. Был — тирә-яҡ мөхитебеҙҙең именлеген һаҡлауға индерелгән ҙур өлөш.

— Тариф нисек формалаша һәм 2026 йылда хаҡтарҙың үҙгәреүе көтөләме?

— Тарифты төбәк властары раҫлай, уға ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү һәм күмеү, шулай уҡ инфраструктураны хеҙмәтләндереү сығымдары инә. Бөгөн Өфөлә түләү күп фатирлы йортта йәшәгәндәр өсөн бер кешегә 109,30 һум, шәхси йортта көн итеүселәрҙең айырым һәр береһенә 111,00 һум тәшкил итә. Ағымдағы йылдың 1 октябренән планлы индексация көсөнә инәсәк. Йыйылыу нормативтарынан сығып (күп фатирлы йорттағыларға йылына 1,92 кубометр, шәхси торлаҡтағыларға — 1,95), айлыҡ түләү бер кешегә яҡынса 122 һумға тиклем үҫәсәк. Был объектив: яғыулыҡҡа, запас частарға, техниканы хеҙмәтләндереүгә хаҡтар үҫә, беҙ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү инфраструктураһын әүҙем үҫтерәбеҙ — былар барыһы ла инвестициялар талап итә. Бөтә үҙгәреш, хәл-торош күҙәтеү аҫтында, граждандарҙан килгән түләүҙең һәр һумы тотороҡло һәм сифатлы эшкә тотонола.

— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас