Инйәр
+10 °С
Дождь
Новости
30 Июля , 11:14

Һәр аяҙ көн алтынға тиң

Район баҫыуҙарында ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу мәл етте. Бында төрлө юҫыҡта эш ҡайнай: мал аҙығы әҙерләү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, пар ерҙәрен эшкәртеү. Бөтә хужалыҡтарҙа ла иген һәм техник культуралар сәсеүлектәрен химик утау, минераль һәм микроашламалар менән туҡландырыу тамамланды. Уңайлы һауа торошо урынлашыу менән аграрийҙар “Йәшел ураҡ”ҡа әүҙем тотондо.

Һәр аяҙ көн алтынға тиңҺәр аяҙ көн алтынға тиң
Һәр аяҙ көн алтынға тиң

«Үҙәк» МТС-ының Архангел бүлексәһе 800 тонна самаһы үлән силосын ямға һалды, «Синергия» ЯСЙ-һы — 1000 тонна, Д. Ю. Кузнецов крәҫтиән-фермер хужалығы 300 тонна сенаж тупланы. Бесән етештереү ҙә әүҙем бара, был эшкә башҡалар ҙа ҡушылды. Бөгөнгә район буйынса планлаштырылған майҙандың өстән бер өлөшөндә үлән сабылды, йәғни 2400 тонна бесән (пландың 30%-ты) һәм 2100 тонна сенаж (пландың 42%-ты) тупланды. Яуып үткән ямғырҙар үләнде йәнләндереп ебәрҙе, көсөн арттырҙы. Үҫемлек сифатлы, туҡлыҡлы матдәләрен юғалтмаҫ борон тиҙ арала сабып алыу – көнүҙәк мәсьәлә.

Ураҡ осоро ла килеп етте. Аяҙытҡан йылы һауа торошо ужым культураларын йыйыу ваҡытын тиҙләтте. Алтын төҫлө ужым бойҙайы өлгөргән дә инде. Был баҫыуҙарға беренселәрҙән булып комбайндарҙы «Синергия» йәмғиәте һәм «Үҙәк» МТС-ының Архангел бүлексәһе сығарҙы. Уртаса уңыш ҡеүәте гектарынан 40 центнер самаһы тәшкил итер тип күҙаллана.

Аграрийҙар алдында төп бурыс ҡуйылған: уңышты юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында йыйып алыу. Һәр аяҙ көн алтынға тиң. Егеттәр һынатмаҫ, ә уңыш мул булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас