Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
30 Июля , 11:12

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит – 2026»

Башҡортостан Республикаһында йыл һайын ойошторолған «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит – 2026» хәйриә акцияһы башланды. Изгелек марафоны 1 июлдән 1 сентябргә тиклем дауам итә.  Ул ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләге балаларға яңы уҡыу йылына лайыҡлы әҙерләнергә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит – 2026»«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит – 2026»
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит – 2026»

Айырыуса бындай ярҙамға аҙ килемле, күп балалы, тулы булмаған, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр мохтаж.

Изге эшкә һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерә ала. Акция ойоштороусылары түбәндәгеләрҙе ҡабул итә:

  • Яңы канцелярия тауарҙары (дәфтәр, ручка, ҡәләм, буяуҙар һ.б.);
  • Рюкзак һәм мәктәп формаһы (яңы йәки ҡулланылған, әммә яҡшы һаҡланған);
  • Дәреслек һәм нәфис әҙәбиәт.

Битараф ҡалмаған кешеләр ярҙамында уҙған йылдарҙа меңләгән уҡыусы 1 сентябрҙе тулы рюкзактар менән йылмайып ҡаршы алды. Был уҡыу йылы ла һәр бала өсөн шатлыҡлы башланғыс булһын!

Мәктәп кәрәк-ярағын ҡабул итеү пункты ғаиләгә ярҙам хеҙмәте тарафынан ойошторолдо. Адресы: Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт, икенсе ҡат.

Һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге телефон буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: 8 (34774) 2-26-74.

Акцияға ҡушылығыҙ! Бергәләп балаларға яңы уҡыу йылына ышаныслы аҙым яһарға ярҙам итәйек.

Алия Амирова.

Фото : Служба семьи в Архангельском районе

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас