

Календарҙа бөтә донъя өсөн уртаҡ булған даталар бар, ә ҡайһы бер көндәр айырым ғаиләрҙә иң ҡәҙерлеһенә әүерелгән. Фәнисә Фәрит ҡыҙы менән Алексей Николаевич Гольцовтар өсөн бындай мөғжизәле көн – 9 май. Ул Еңеү байрамы ғына түгел, ә 1997 йылда ике яҙмышты берләштергән оҙон тормош юлының башланғыс нөктәһе. Яңғыҙлыҡтан тилмергән, уңышһыҙлыҡҡа дусар тәүге никахтарының емерелеүен кисергән йөрәктәрҙе бер-береһе менән осраштырған яҙ айына улар шул тиклем рәхмәтле. Бәхеткә ышанысты яңынан ҡайтарған илаһи миҙгел бит ул. Улар был көндө үҙҙәренең шәхси Еңеүе тип атай – өмөттөң өмөтһөҙлөктө, йылылыҡтың яңғыҙлыҡты еңеүе.
Әгәр Гольцовтарҙың тормошон киноға төшөргән булһалар, моғайын, иң матур мелодрамаларҙың береһе килеп сығыр ине. Фәнисә – ул ваҡытта клубта мәҙәни саралар ойоштороусы – күрше Андреевка ауылындағы ферманың ҡыҙыл мөйөшөн биҙәргә ҡушыу ала. Йәйәүле кешегә ара ярайһы алыҫ ҡына. Шул ваҡытта, тыуған яғына ҡайтып, водитель булып эшкә урынлашҡан Алексейҙы осрата ла инде. Ир-егет йәш ҡатынды юл ыңғайы алып барырға ризалаша.
Беҙ, кешеләр, алдағы көндәребеҙҙе белеү һәләтенә эйә түгелбеҙ, әммә Хаҡ Тәғәлә һәр беребеҙҙең маңлайыбыҙға яҙмышыбыҙҙы һырлап яҙып ҡуйған. Бер ниндәй ваҡиға ла, күренеш тә, танышыу ҙа осраҡлы түгел.
Бер-береһен танымаған-күрмәгән ир менән ҡатын ауылға илткән генә түгел, тормош юлын да бергә үтере хаҡында бер Аллаһ ҡына белә.
Икеһе лә ысын ауыл кешеләре улар. Фәнисә – Зәйет ҡыҙы, Алексей Ҡыҙыл Еҙемдә тыуған. Йәштәр юл буйы ихлас һөйләшеп бара, фекерҙәренең уртаҡ, донъяға ҡараштары бер икәнен аңлай, был осрашыуҙың буштан түгел, ә яҙмыштың алдан әҙерләгән бүләге икәнен тоя.
Бер йыл үткәс, улар Орловка ауылында бергә йәшәй башлай. Ҙур йортта яңы ғаилә усағы ҡабына. Алексейҙың ата-әсәһе шатланып, Фәнисәне үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итә һәм никахлашыуға ризалығын, фатихаһын бирә. Ә рәсми рәүештә мөнәсәбәттәрен улар 22 йыл үткәс кенә теркәй – бының өсөн иң матур көн һайлана –14 февраль, Изге Валентин көнө. «Был осраҡлы түгел», – тиҙәр ир менән ҡатын. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың тормошонда бөтөнләй осраҡлылыҡ юҡ. Улар үҙ-ара аңлашып, ваҡыт һынауын үткән саф хистәрен һаҡлап, һәр эште кәңәшләшеп, дуҫ, татыу йәшәй – бына уларҙың бәхет формулаһы. «Бер-береһенә йән атып көн итәләр» – ошо һүҙҙәр нәҡ Гольцовтар тураһында әйтелгән.
Бәхетле ғаиләлә улдары Максим тыуа – аҡыллы, тырыш, ата-әсәһе кеүек эшһөйәр егет булып үҫә. Ә Фәнисә Фәрит ҡыҙы иренә айырым рәхмәтле – Алексей уның өс ҡыҙын – Эльвираны, Альбинаны һәм Гөлназды – ихлас йөрәге менән үҙ балаларындай ҡабул итә, улар өсөн терәк-таяныс, яҡлаусы, аҡыллы кәңәшсе булып йәшәй. Ҡыҙҙар ҙа унда уҙҙәренең ысын атаһын күрә – яратҡан, күңелгә яҡын, йөрәк түрен яулаған кеше. Хәҙер үҙҙәре тормошҡа сыҡҡан, матур балалар үҫтерә. Кейәүҙәр ҙә яҡшы, ҡайғыртыусан, ҡәйнә, ҡайныһына өҙөлөп тора.
– Алексей миңә артабан ғүмер кисерергә көс бирҙе, яҡшыға ышанырға өйрәтте, бәхетле итте. Тормошомдоң иң ауыр, ҡатмарлы осоронда миңә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ алып килде, – тип уртаҡлаша Фәнисә Фәрит ҡыҙы. Гольцовтар бер бөтөн ғаилә усағы ғына түгел, ә тирә-яҡ кешеләрҙе үҙ әйләнәһенә йыйған йәмғиәт мөйөшө лә.
1997 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Фәнисә ханым Орловка клубын етәкләй, ауылдаштарын рухландырыусы, мәҙәни тормошто яҡтыртыусы әүҙем хеҙмәткәр була ул. Бер мәл, үҙе башлап асҡан музей өсөн экспонаттар йыйғанда, боронғо туҡыу станогына юлыға. «Был ҡул эшен яңынан тергеҙеү бик яҡшы булыр ине», – тип теләге менән уртаҡлаша ул ваҡыттағы рай он мәҙәниәт бүлеге начальнигы Татьяна Анатольевна Гвоздик. Фәнисә Фәрит ҡыҙы һис икеләнмәй: «Кәрәк икән – эшләрбеҙ», – тип яуаплай. Шулай итеп клуб эргәһендә «Мозаика» халыҡ декоратив-ҡулланма сәнғәте клубы барлыҡҡа килә. Уны ла уңышлы етәкләгән яҡташыбыҙ келәм туҡыу оҫталығына Алексейҙың инәһе Мария Ивановнала өйрәнә, ул был боронғо сәнғәтте камил белгән кеше булып сыға. Ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ арҡаһында изге йола ла яңынан тыуа, ә клуб ижады мәҙәни мираҫты һаҡлауҙың сағыу өлгөһөнә әүерелә.
Келәм туҡырға, уның серҙәрен өйрәнергә ара-тирәләге ауылдарҙан халыҡ ағыла, өлкәне лә, йәше лә ҡыҙыға. Ниһайәт, 15 станок йыйыла һәм эш яйға һалына! Тиҙҙән Алексей Николаевич та ҡушыла. Операцияһынан һәм инфаркт кисергәндән һуң, уға вахтала эшләүҙән баш тартырға тура килә, һәм ул башкөллө ижадҡа бирелә. Келәм туҡыу эше тиҙ арала билдәлелек яулай: күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, артабан «Урал» этноүҙәге етәксеһе Кәримә Ҡайҙалова саҡырыуы буйынса республика семинарҙары, фестивалдәрҙә ҡатнашалар.
Был йола Гольцовтарҙың ейәндәрен дә әсир итә. Ырымбур өлкәһендә йәшәгән 16 йәшлек Марсель олатаһы эшләгән бәләкәй станокта рәхәтләнеп келәм туҡый. Кеселәре Тимур ҙа ҡалышмай. Изге йоланың тере ебе өҙөлмәүе ҡыуандыра.
Ил өсөн ауыр ваҡытта ла Гольцовтар ғаиләһе үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Клубтың әүҙем ағзалары менән бөтә көсөн, оҫталығын, ваҡытын ярҙамға йүнәлтә – махсус хәрби операция өсөн селтәр үреп, мөһим бурысты үтәй.
Ғаилә бәхетенең серен ир менән ҡатындан һорайым. «Уртаҡ шөғөл, бергәләп эшләү араны, мөнәсәбәтте нығыта, – тип бүлешә Алексей Николаевич. – Беҙ һәр саҡ, бөтә ерҙә лә бергәбеҙ. Тормош юлын иңгә иң терәшеп атлайбыҙ». Ҙур хужалыҡ алып барыу, һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрау, баҡса үҫтереү күп көс талап итә. Үҙ-ара ярҙам, ихтирам итеү, бер-береңде ҡайғыртыу, хәстәрлек күрһәтеү арҡаһында ғаиләлә илаһилыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрә. Гольцовтар яҙмыштарына рәхмәт уҡый – улар бер-береһен тапҡан, бынан да бөйөк бәхет юҡ донъяла.
Балалары, ейәндәр – Марсель, Аделия, Радмир, Азалия, Тимур, Амелия һәм Ранэль яйы тура үҙенә тартып, саҡырып торған йылы усаҡҡа оло ҡыуаныс менән ашыға. Шаулы-гөрлө, мөхәббәткә һәм йылылыҡҡа тулы ата-әсә йорто – тормоштоң иң ҡиммәтле бүләге, ябай ғына бер хәҡиҡәттең дәлиле: оло бәхет – бергә булыу.
Гольцовтар тарихы – рухландырғыс риүәйәт. Ул ике яҙмышты берләштергән, бәхетле, бәрәкәтле ғаилә тормошон һүрәтләгән ысынбарлыҡ, ауырлыҡты еңеп сыҡҡан мөхәббәт, изгелек, тоғролоҡ балладаһы.
Әлиә Әмирова.
Фото ғаилә архивынан.