Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
30 Июля , 18:25

‎"Барыҫ"тың иңендә - оло яуаплылыҡ

Ҡарлыман егете әйтеүенсә, уларҙың оҫталығына күп нәмә бәйле. 

‎"Барыҫ"тың иңендә - оло яуаплылыҡ‎"Барыҫ"тың иңендә - оло яуаплылыҡ
‎"Барыҫ"тың иңендә - оло яуаплылыҡ

Махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәре төп бурыстарҙың береһен үтәй. Улар разведкаға, һөжүм төркөмдәренә ярҙам итә, яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ ҡыла. Ошондай белгестәрҙең береһе - "Барыҫ" ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында ты­уып, артабан Себерҙәге Радужный ҡалаһында үҫ­кән егет электрик-монтер һө­нә­рен алып, уның бу­йынса эшләй. Кемерово өлкәһендә армия сафында һалдат бурысын үтәй. Разведкала хеҙмәт итә. ‎

Бер нисә йыл элек ғаилә тыуған яғына ҡайта. ‎Махсус хәрби операция башланғас, егет күңеленә тынғылыҡ тапмай башлай, башҡалар менән бергә Тыуған илде һаҡларға, яҡларға ынтыла. Һөҙөмтәлә уҙған йылдың октябрендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Екатеринбург ҡалаһында БПЛА операторына уҡып сыға.

Әле "Барыҫ" пилотһыҙ осоу аппараты операторы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. Уның һүҙҙәренсә, уларҙың оҫталығына күп нәмә бәйле: разведка һөҙөмтәһе лә, уңышҡа өлгәшеү ҙә. Пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеүсегә уяу булыу бик мөһим.

‎Донъялар тынысланып, үҙе һайлаған юлдан ышаныслы атлаған “Барыҫ”ҡа һәм барлыҡ яугирҙәргә тыуған еренә иҫән-имен ҡайтырға, хыялдарын тор­мошҡа ашырырға яҙһын.

Фото: шәхси архивтан.‎

https://bashgazet.ru/articles/care/2026-07-30/bary-ty-i-end-olo-yauaplyly-4767643 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас