Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
24 Июль , 05:55

Балалар сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдар алды

Белем усағы заманса мониторҙар һәм лазер принтеры алған. Бынан тыш, яҡын арала мәктәп ҡорамалдарҙың киләһе партияһын килтереүҙе көтә. Унда һыҙмалар, плакаттар, баннерҙар һәм башҡа график продукция баҫтырыу өсөн тәғәйенләнгән киң форматлы принтер инә. 

Балалар сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдар алдыБалалар сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдар алды
Балалар сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдар алды

Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдарҙы алды. Был «Ғаилә» милли проектының (национальный проект «Семья») маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр Сибай ҡала хакимиәтендә.

Учреждение заманса мониторҙар һәм лазер принтеры алған. Бынан тыш, яҡын арала мәктәп ҡорамалдарҙың киләһе партияһын килтереүҙе көтә. Унда һыҙмалар, плакаттар, баннерҙар һәм башҡа график продукция баҫтырыу өсөн тәғәйенләнгән киң форматлы принтер инә. Шулай уҡ тегеү машиналары һәм методик әсбаптар килеүе планлаштырыла.

"Яңы ҡорамалдар алыу — мәктәпте үҫтереүҙә мөһим аҙым. Ул белем биреү процесын сифатлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә, ә тәрбиәләнеүселәребеҙгә һәләттәрен асырға, ижадтың яңы йүнәлештәрен үҙләштерергә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Ҡаҙырғолова.

«Ғаилә» милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: Әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14 – 22 йәштәгеләргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән «Пушкин картаһы» программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Сибай ҡала хакимиәте.   

 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас