Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
15 Июль , 06:37

Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы күтәрәбеҙ

“Рәсәйҙә эшләнгән” бренды быға булышлыҡ итә. 

Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы күтәрәбеҙҮҙебеҙҙең тауарҙарҙы күтәрәбеҙ
Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы күтәрәбеҙ

Башҡортотсандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Рәсәйҙең экспорт үҙәге “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән милли брендты күтәреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Хәҙер төбәк компаниялары был милли брендты глобаль баҙарға сығыуҙың һөҙөмтәле сараһы итеп ҡуллана. Был эштәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

-Республиканың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге төбәктең экспортҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән предприятиелары сылбырында мөһим урынды биләй. Рәсәй экспорт үҙәге менән килешеү Башҡортостан эшҡыуарҙарына билдәле милли бренд аҫтында сит илдә үҙеңдең продукцияңды күрһәтеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Был иһә сит ил партнерҙарының ышанысын күтәрә, дәүләт ярҙамын алыуҙа өҫтөнлөк бирә, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Марагарита Болычева.

“Рәсәйҙә эшләнгән” тигән брендты булдырыу өсөн яҡтар бергәләп эшләйәсәк. Был сертификат сит ил һатып алыусыларына тауар сифатын раҫлаясаҡ.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас