

Кушнаренко районының Тарабирҙе ауылында тыуып үҫкән Кирилл Малышев 2025 йылдың авгусында Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеү буйынса контракт төҙөй. Махсус хәрби операция зонаһында ул үҙенә һалынған бурысты намыҫ менән үтәй. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы исеменә яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән командованиенан хат килде.
“Һеҙҙең яҡташығыҙ махсус хәрби операция барышында дөйөм Еңеүебеҙ хаҡына ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡ һәм зиһен үткерлеген күрһәтә. Хәрби һәм махсус бурыстарҙы үтәгәндә һалҡын ҡанлылығы, тәүәккәллеге ярҙамға килә. Даими ут тәьҫире шарттарында ҡуйылған бурыстарҙы теүәл һәм ваҡытында башҡара. Үҙенең хеҙмәте менән Кирилл Евгеньевич пехота, һөжүм итеү подразделениеларына оборонала ла, һөжүм иткәндә лә ярҙам итә. Ғүмер өсөн хәүеф тыуғанда ла үҙен ныҡлы тота белә, хәрби бурыстарҙы үтәүҙә иңенә һалынған яуаплылыҡты тулыһынса аңлай.
Уның Еңеүгә өлгәшеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы, батырлығы, героизмы, шулай уҡ шәхси өлөшө Рәсәй граждандары тарафынан баһаланырға тейеш, тип иҫәпләйем. Хәрби хеҙмәткәрҙең ҡаҙаныштарын Башҡортостандың Тарабирҙе ауылындағы мәктәптәрҙә һәм дәүләт учреждениеларында яҡтыртыуҙы һорайым”, – тип яҙа хәрби часть командиры А. Морозов.
Кирилл 9-сы класты тамамлағас, ауыл хужалығы колледжының ветеринария бүлегенә уҡырға инә.
“Улым хәрби хеҙмәткә китергә контракт төҙөгәнен әйткәс, шаҡ ҡаттым, – тип хәтерләй яугирҙең әсәһе Лиана Фәнзил ҡыҙы. – Бик булдыҡлы ул минең Кирилл! Хужалыҡ эштәрен алып бара, изге күңелле, балаларҙы ярата. Шылтыратышып һөйләшкәндә борсолмаҫҡа ҡуша. Уның өсөн борсолам, әлбиттә. Бер ай буйы уның менән бәйләнеш булмағанда үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем...“
Кириллдың Камила исемле ҡыҙы һәм Матвей, Савелий мсемле улдары бар. Ҡатыны Елена Ришат ҡыҙы, балалар атайҙың еңеү менән тыуған йортҡа әйләнеп ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтә. Рядовой Кирилл Малышев дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән, тип яҙа “Авангард” гәзите.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.
https://bashgazet.ru/articles/care/2026-07-13/ata-s-orurlanyrly-ul-terg-n-4749351