

Уларҙың тарихы баш ҡалабыҙ Өфөлә башлана. 2019 йыл… Шау-гөр килеп торған студент тормошо — өмөттәр, асыштар, көтөлмәгән танышыуҙар осоро. Ҡыҫындыла тыуып үҫкән Фидан Башҡорт дәүләт аграр университетында агроинженерия белемен үҙләштерә, бакалавриат һәм магистратураны тамамлай. Гафури районының Яугилде ауылы һылыуы Ғәлиә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу серҙәрен өйрәнә.
Уларҙы яҙмыш китаптарҙа яҙылғанса ҡауыштыра. Һис көтмәгәндә юлдар киҫешә, уй-фекерҙәр тура килә, саф тойғолар ҡабына. Асыҡ күңелле, тормошҡа етди ҡарашлы, маҡсатлы йәштәр ғүмер юлын бергә үтергә һүҙ ҡуйыша.
Бөгөн Фидан Азамат улы Архангел районы «Мәғлүмәт-консультация үҙәге» учреждениеһы директоры вазифаһын биләй. Муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы юридик ойошманың төп бурысы – ауыл хужалығы етештереүселәренә, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға үҫемлекселек, малсылыҡ, иҡтисад, бухгалтер иҫәбе, дәүләт ярҙамы саралары, кадрҙар һәм юридик мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтеү. Яуаплы етәксе ошо эште контролдә тота, фәнде практика менән бәйләүгә ярҙам итә, махсус курстар, семинарҙар ойоштора, белемде камиллаштырыуға өҫтөнлөк бирә. Фидан Йосопов ысын мәғәнәһендә тыуған яғының тоғро улы. Ауыл тормошо, ер эше уға бәләкәй саҡтан таныш, яҡын һәм ҡәҙерле.
Ғәлиә Илдар ҡыҙы район хакимиәтендә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса өлкән белгес булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында «Ер төҙөлөшө һәм кадастрҙар» йүнәлеше буйынса икенсе юғары белем ала. Алдына ҡуйылған һәр бурысты ул еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Белгес ҡағыҙ эшендә теүәллек, тәртип, асыҡлыҡ, ә тирә-яҡта матурлыҡ, күркәмлек ярата. Гармонияға тартылыу уға бәләкәйҙән хас. Уңған хужабикә булараҡ, уның өйөндә, ихата, баҡсаһында ла һәр нәмә тәғәйен урынында, нәзәкәт, зауыҡ менән биҙәлгән.
Ҡыҫынты ауылында төпләнгән Йосоповтар фекеренсә, кеше тыуған тупрағына кәрәкле булып, уның һауаһын һулап, йылыһын тойоп йәшәргә тейеш, сөнки был – үҙе ҙур бәхет.
«Һеҙҙең өсөн ғаилә нимә ул?» тигән һорауға улар тәрән мәғәнәле һәм төплө яуап бирҙе:
— Бер бөтөн булыу, уртаҡ маҡсат менән йәшәү, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, бер-береңдең ҡәҙерен белеү, эске донъяһын, сифаттарын күреү, терәк-таяныс булыу, яҡыныңдың ҡаҙаныштарына, уңыштарына һөйөнөү, бергәләп киләсәккә план ҡороу. Ғаилә — айырым бер ғаләм, бәхет нигеҙе, донъя тотҡаһы. Ул — сабырлыҡ та, тырышлыҡ та, мөнәсәбәтте яҡшыртыу өҫтөндә эш тә.
Йосоповтар бер-береһен хуплап, ҡурсып, хөрмәтләп йәшәй. Фидан Ғәлиәнең аҡыллылығына һоҡлана, ә Ғәлиә — Фидандың ышаныслылығына, рухи көсөнә. Уларҙың тормошо сағыу төҫлө мәлдәрҙән туҡылған. Күп ваҡытты бергә үткәрергә, һәр минуттың тәмен, ҡәҙерен белергә тырышалар. Ғаилә менән ял итеү, сәйәхәт ҡылыу изге йолаға әүерелгән.
Атай-әсәйҙе һөйөндөрөп, мөхәббәт емештәре — кескәй Данияр үҫеп килә. Уға бары 2,5 йәш. Ул һөйөү, дуҫлыҡ, татыулыҡ менән уратылған мөхиттә тәрбиәләнә.
Фидан үҙ өлгөһөндә ысын ир-егет сифаттарын улының күңеленә һала. Йорт хайуандарын ҡарарға, яратырға, башҡа төрлө эшкә өйрәтә. Данияр бөтә яҡлап та атаһына оҡшарға тырыша.
Ғәлиә, үҙ сиратында, улын матурлыҡты күрергә өйрәтә. Улар бергә әкиәттәр уҡый, яҡшылыҡтың яманлыҡты еңеүен, намыҫлылыҡтың кешене көслө итеүе тураһында һөйләшәләр. Атай менән әсәй Данияр менән өлкәндәрсә аралаша, уның бәләкәй, ләкин ихлас хистәрен хөрмәт итә.
— Бала — айырым ҙур бер шәхес, — ти улар. — Беҙ үҙебеҙҙең күсермәне үҫтермәйбеҙ. Уға үҙе булырға, төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итәбеҙ.
Ғаилә башлығының фәлсәфәһе һоҡландыра.
— Тәбиғәт беҙгә иң мөһимде өйрәтә, — ти Фидан Азамат улы. — Ул ашыҡмай, әммә барыһына ла өлгөрә. Ғаиләлә лә шулай булырға тейеш: тыныслыҡ, сабырлыҡ. Шул саҡта уңышҡа, шатлыҡлы һөҙөмтәгә өлгәшәһең.
Әңгәмә аҙағында Йосоповтар яңы ғаилә усағы ҡабыҙыусыларға бер нисә кәңәшен бирҙе:
— Ғаилә — социаль селтәрҙәге матур рәсем түгел. Ул — хеҙмәт, тотороҡлоҡ, тоғролоҡ, кисерә һәм ҡабул итә белгән һәләт. Үҙ йолаларығыҙҙы булдырығыҙ һәм һаҡлағыҙ: йәкшәмбе аштары, урманға бергә сығыу, телевизорһыҙ киске әңгәмәләр. Тап улар беҙҙе теләһә ниндәй анттарҙан да нығыраҡ бәйләй. Был изге ғәмәлдәрҙе балаларығыҙға тапшырығыҙ, улар ата-әсәһенең мөнәсәбәтенә ҡарап йәшәй. Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, сөнки ғаилә иң ҡиммәтле хазина.
Ғәлиә менән Фидан Йосоповтарға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Икеһе лә ихлас күңелле, игелекле, тырыш, яуаплы. Меңдәр араһында холоҡ-фиғел, ҡараш, аҡыл менән бер-береһенә оҡшаған, тура килгән кешеләрҙең осрашыуы ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тиң. Уларға артабан да иңгә-иң терәшеп, һөйөп, һөйөнөп, киләсәктә яҡты уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырып йәшәргә яҙһын, тигән теләкте белдерге килә.
Әлиә Әмирова.
Фото ғаилә архивынан.
Һүрәттә: Йосоповтарҙың дуҫ, татыу ғаиләһе.