Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
9 Июль , 06:35

“Урал батыр” — халҡыбыҙ даны

“Урал батыр” эпосына  бөгөн артистар һәм  йырсыларҙың   мөрәжәғәт итеүе юҡҡа түгел. Ветеран  уҡытыусы булараҡ, шуны әйтергә теләйем: эпик әҫәрҙе өйрәнеү бик ваҡытлы. Борон-борондан изгелек һәм яуызлыҡ араһындағы көрәш мөһим тема. 

“Урал батыр” — халҡыбыҙ даны“Урал батыр” — халҡыбыҙ даны
“Урал батыр” — халҡыбыҙ даны

Хаҡлы ялға сыҡҡан осорҙараҡ районда үткәрелгән бәйгеләргә мине баһалама ағзаһы  итеп саҡыралар ине. Унда балаларҙың  “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүенә, йә сәхнәләштереп уйнауҙарына һоҡланып ҡарап  ултыра торғайным. Тимәк, электән үк ошо йүнәлештә эш башланған.

 Мин уҡытҡанда ҡурсаҡ театры түңәрәге ойошторҙом. Башланғыс кластарҙа  төрлө әкиәттәр өйрәтһәм,  3- 4-селә “Урал батыр”ҙы  ҡыҫҡартып уҡып, һуңынан театрлаштырҙыҡ. Уҡыусыларым шул тиклем яратып,  оҫталыҡтарын биреп башҡарҙы. Хатта ҡайһы ваҡыт үҙемде өйрәтеп: ”Роза апа, ошолайыраҡ итһәк, матурыраҡ була”,-тип үҙ фекерҙәрен дә белдереүҙәренә ҡыуандым. Төп ролде  Ишмөхәмәтов Нияз уйнаны. Әлеге көндә егет МХО-ла  Тыуған илебеҙ һағында, имен генә йөрөһөн.

Өфөлә 1-се педагогия училищеһе Һупайлы биҫтәһендә. Мине бер мәл тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙылар. Балалар менән ҡурсаҡ театры күрһәтергә барҙыҡ. Студенттар бик оҡшатты  Һуңынан Тәүәкәскә минең дәрескә лә килделәр. “Халыҡ педагогикаһы” на нигеҙләнеп, өс дәрес һәм кластан тыш эштә “Урал батыр” ҙан тамаша күрһәттем.  Бына уларҙың һуңынан яҙып ҡалдырған һүҙҙәре:

   “Тылсымлы донъяһын күреп ҡайттыҡ”

“Беҙ, 4-се курс студенттары, башҡорт теле уҡытыусыһы А.Исламғолова һәм халыҡ педагогикаһы уҡытыусыһы Г.Скворнякова етәкселегендә Архангел районы Тәүәкәс ауылына барҙыҡ. Сәфәребеҙҙең маҡсаты — БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Роза Ғәббәсованың  дәрестәре менән танышыу. Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы балаларға яҙған шиғырҙары, методик  ҡулланмалары менән күптәргә таныш. Уның  дәрестәре һоҡландырғыс тылсым тәьҫире ҡалдырҙы. Бәләкәс кенә балаларҙың әҫәрҙе шундай оҫта башҡарыуҙары хайран итте”.

”Урал батыр”  тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле.  Был образ —  халҡыбыҙ даны.

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тармағыҙ.

Ошо юлдары һәр заманда кешеләргә үҙе ҡанун. Мәктәп уҡыусылары “Урал батыр”ҙан өҙөктәр ятлап конкурстарҙа ҡатнашһа,  “Әй-Йола” этнотөркөмө “Урал батыр”ҙы бөтә донъяға йыры-моңо аша таратты. Уны бар халыҡ “эләктәреп”, үҙенсәлекле  яңғыратырға, өйрәнергә  тырышыуы,  әлбиттә, ғорурлыҡ  тойғолары уята.

 

Роза Ғәббәсова, педагогик хеҙмәт ветераны.

Тәүәкәс ауылы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас