Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
9 Июль , 06:32

Тантананан илһам алғас, күңелдәр күтәренке

Рәсәй көнө  — Башҡортостанда дуҫлыҡ байрамы.  12 июнь күп милләтле Ватаныбыҙҙың бөйөклөгөн, ҡеүәтен сағылдыған дата, беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле,   был көндә шулай уҡ баш ҡалабыҙҙа ла оло байрам —  Өфө үҙенең  тыуған көнөн билдәләй. Быйыл да  йола буйынса тарихи урындарға — Халыҡтар дуҫлығы монументына, “Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стеллаһына сәскәләр һалынды. Төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ уйындары, ярыштар, йәрминкәләр, концерттар, спорт эстафеталары үтте. Архангелдәр ҙә байрамды бик матур уҙғарҙы. 

Тантананан илһам алғас, күңелдәр күтәренкеТантананан илһам алғас, күңелдәр күтәренке
Тантананан илһам алғас, күңелдәр күтәренке

Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин райондаштарҙы ҡотлап сығыш яһаны.  Уңышлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәр район хакимиәте һәм район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.   Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районындағы бүлегенең миграция хеҙмәте начальнигы Гөлшат Шәрәфетдинова 14 йәше тулған  14  үҫмергә Рәсәй гражданы  паспортын тапшырҙы.

 Йәштәргә  изге теләктәр еткерелгәндән һуң, йөкмәткеле  концерт башланды. Мирославтың “Рәсәй” йыры илһөйәрлек рухы менән һуғарылғанлыҡтан,  барыһын да әүҙемләштереп, берҙәмлек тойғоһон көсәйтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хоры республикабыҙҙы данланы. Икһеҙ-сикһеҙ яландар, урмандар, тауҙар, ошо  бәрәкәтле ерҙә бәхетле ғүмер кисереүсе эшһөйәрҙәрҙең, һәләтле ватандаштарҙың  экранда  сағылыш табыуы   күңелгә шатлыҡ өҫтәне. Алеся Хәсәнова, Фәрүәз Камалетдиновтың  сығыштары ла тыуған яҡтың гүзәллеге, туған телдең ҡәҙеренә арналыуы менән йөрәктәрҙә ғорурлыҡ хистәрен бермә-бер арттырҙы. Ҡыҙҙарҙың башҡорт бейеүе, казак хоры, “Заряница” рус фольклор ансамбле, Вәлимә  һәм  Закир Өмөтбаевтарҙың ҡурай һәм баян моңдары  милләттебеҙҙең үткәне һәм бөгөнгөһөн күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итеүе менән барыһын да  дәртләндерҙе.

Йөкмәткеле тантананан һәр кемдең  йөҙөндә йәйғор нурҙары балҡығандай ине.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас