Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
9 Июль , 06:27

“Минең йәйем” фотоконкурсы

Йәй  — иң күркәм  миҙгелдәрҙең береһе. Уны беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Саф һауа, ҡайнар ҡояш, йәйғорло ямғырҙар, йылға буйҙарында сынығыуҙар, ҡыҫҡаһы, гүзәл тәбиғәтебеҙҙәге уҙған көндәр  һәр кемде һоҡландыра!   Ялан тулы  аллы-гөллө гөл-сәскәләр күҙ яуын ала. Болондарҙа  ҡыҙарып бешкән еләктәр эшһөйәрҙәрҙе  үҙенә саҡыра. Баҡсаларҙа алмалар, сейәләр бешә, башҡа төрлө емештәр һутланып ҡояштан көс туплай.  Йәйге көн бер йылды туйҙыра, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. 

“Минең йәйем” фотоконкурсы“Минең йәйем” фотоконкурсы
“Минең йәйем” фотоконкурсы

 Йәмле июлдең 2-һенән 31 авгусҡа тиклем “Инйәр” гәзите “Минең йәйем” тип исемләнгән фотоконкурс иғлан итә.  Райондаштарыбыҙ был бәйгелә лә әүҙем ҡатнашыр тип өмөт итәбеҙ. Үҙегеҙҙең ялығыҙ, балаларҙың каникулы нисек үтә,  эштәрегеҙ, уңыштарығыҙ  тураһында фотоға төшөрөп, яҙып ебәрегеҙ. Еңеүселәр шәп бүләккә эйә буласаҡ!

Мөхәрририәт. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас