Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
9 Июль , 06:33

Елдәр иҫә диңгеҙ өҫтөн һырландырып,Ярһыу тулҡындарҙы тирбәлдереп

 Был  дата Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһы  тарафынан  иҡтисадҡа һәм халыҡ-ара сауҙаға ҙур өлөш индереүсе диңгеҙ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереү  маҡсатында булдырылған. Бөтә донъя океандар һәм диңгеҙҙәр аша кешелеккә  хеҙмәт иткән ҡыйыу йөрәкле моряктарҙы, башҡа һөнәр эйәләрен хөрмәтләү  ул. 

Елдәр иҫә диңгеҙ өҫтөн һырландырып,Ярһыу тулҡындарҙы тирбәлдерепЕлдәр иҫә диңгеҙ өҫтөн һырландырып,Ярһыу тулҡындарҙы тирбәлдереп
Елдәр иҫә диңгеҙ өҫтөн һырландырып,Ярһыу тулҡындарҙы тирбәлдереп

Йондоҙҙарға ҡарап, тулҡындар ярып, караптар, пароходтар  алға табан йөҙә.  Элек моряк һөнәре  бер ҡараһаң, һәр ваҡыт романтика кеүек тойолһа, бөгөнгө ҡырыҫ шарттарҙа, ул әлбиттә,  батырлыҡҡа тиң. Айҙар, йылдар буйы туғандарҙан алыҫта  булыу, ҡатмарлы навигация системалары менән  идаралыҡта һөнәри оҫталыҡ кәрәк. Контейнер һәм йөк ташыусы танкерҙар, фәнни-тикшеренеү караптары, пассажир лайнерҙары — быларҙың барыһы ла диңгеҙ өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең ышаныслы ҡулдарында.

 Географик яҡтан Башҡортостан диңгеҙҙәрҙән йыраҡ урынлашһа ла, уның да флот менән бәйләнешен билдәләмәй булмай. Ватандаштарыбыҙ диңгеҙ флотында — механик, штурман. Климат үҙгәреше, штормдар, пираттар, экологик  мәсьәләләр — быларҙың  барыһы ла заман ауырлыҡтары. Шулай ҙа Халыҡ-ара берләшмә  диңгеҙселәрҙең хоҡуҡтарын һаҡларға, эш һәм ял шарттарын хәстәрләп,  ярҙам ҡулы һуҙа.

Үҙ ғүмерен  асыҡ океанға арнаған,  диңгеҙ флотында ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән   ир-егеттәргә,  сауҙа һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән диңгеҙселәргә, ветерандарға, өйҙә уларҙы өҙөлөп көтөүсе яҡындарына уңыштар юлдаш булһын.

 Әйткәндәй, хәрби-диңгеҙ флотында  иң күп хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Тәүәкәс ауылында: Хәйрислам Солтанов, Рәис Мостафин, Илдар Гәрәев, Марат Сәйфетдинов, Рауил Аҙнабаев һәм күптән баҡыйлыҡҡа күскән Мотаһар Усманов, Рияз Сәғәҙәтов, Вәлиәхмәт Янбаев, Камалетдин Солтанов, Миңниғәле Ишмөхәмәтов һәм башҡалар.

Миләүшә Әбүбәкирова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас