

Йәштәр — йәмғиәт үҫешенең мөһим көстәренең береһе. Бөгөн Рәсәйҙә 37 миллионға яҡын егет һәм ҡыҙ. Улар иҡтисадты һәм сәйәсәтте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша, фән, мәҙәниәт һәм спортта алдынғылар, стартаптар аса, яңы һөнәрҙәр үҙләштерә, ирекмәнлек һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Илебеҙ граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлап ысын батырлыҡ күрһәтә, йәштәр араһында геройҙар ҙа байтаҡ.
Йыл һайын районда Йәштәр көнө уҙғарыла. Быйыл да егеттәр һәм ҡыҙҙар бергә йыйылып, күңел асты. Программа бөтәһен дә үҙенең төрлөлөгө менән ҡыҙыҡһындырҙы. Фестиваль һәм ярыштарҙан алып түңәрәк өҫтәлгә һәм байрам концертына тиклем яҡшы кәйеф бүләк итте. Йәштәр менән бер рәттән ветерандар да әүҙем булды. Ҡунаҡтар өсөн тематик майҙансыҡтар эшләне, унда һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл табып ҡыуанды.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге залында төрлө саралар үтте. Уның сиктәрендә баскетбол, волейбол, футбол, шахмат һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа спортсылар сәмләнеп көс һынашты. Вадим Хәсәнов иҫтәлегенә баскетбол буйынса ирҙәр командалары йыйылды. Турнир ҡыҙыу барҙы, һәр команда үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тырышты. Уйын сағыу минуттар менән тулы булды, көйәрмәндәре лә ифрат шат ине. Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: 2-се Архангел мәктәбе егеттәрендә — алтын, студенттарҙа — көмөш, спорт ветерандарында бронза миҙал. “Үҙәк” стадионында Советтар Союзы Геройы Иван Киселев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Командаларҙы барыһы ла ихлас алҡышлап, дәрт биреп ултырҙы. Майҙансыҡта ярыш рухы ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, бер кем бирешергә теләмәне. Әммә ныҡышмалы көрәштә турнир еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде: 1-се — Абҙан, 2-се — Архангел, 3-сө баҫҡыста Баҡалды ауыл советы.
Футбол буйынса ла уйын көсөргәнешлеге менән айырылды. Көйәрмәндәр дәртләндереп торҙо. Һөҙөмтәлә 1-се — 9”в”, 2-се — “Импульс”, 3-сө Тирәкле командаһы. "Йәйғор" үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында шахмат буйынса ярыштарҙа 20-нән ашыу шахматсы ҡатнашты. Күптәр зирәклеге, хәрәкәттәрҙе иҫәпләү һәләте, интеллектуаль уйынға етди мөнәсәбәте менән хайран ҡалдырҙы. Ике сәғәт дауамындағы ҡыҙыу сатрашта һәр ҡатнашыусы бер нисә партия уйнаны. Кемдең еңәсәген белергә ашҡынып, тамашасылар ситтән күҙәтте. Ҡыҙҙар араһында шахмат турниры һөҙөмтәләре: 1-се урынды — Диана Сысоева, 2-се урынды Илгизә Хәсәнова яуланы, икеһе лә Архангел ауыл советынан. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында: 1-се урын-Руслан Мәзитовта (Баҡалды), Алмаз Ғафаров менән Роман Меркулов икеһе лә Архангел ауыл советынан, 2-се һәм 3-сө урындарҙы биләнеләр.
Өҫтәл теннисы буйынса турнир ҙа райондаштарҙы бергә тупланы. Тенниссылар ҡыҙыҡлы уйындарҙа көнәркәштәрен хәйләкәр тапшырыуҙар, тиҙ контратакалар, киҫкен һуғыуҙар менән уңайһыҙландырырға тырышты. Ярыш сәғәттәре һиҙелмәй ҙә ҡалды. Һөҙөмтәлә ветерандар араһындағы ярыштарҙа Рәшит Гәрәев (Липовка ауыл советы) еңеү яуланы. 2-се урынды район үҙәгенән Энгиль Матвеев алды. Ир-егеттәр араһында иң оҫтаһы Азат Мәзитов булды, унан аҙ ғына Руслан Мәзитов ҡалышты, икеһе лә Баҡалдынан, 3-сө — Никита Алейников (Архангел ауыл советы). Тағы бер тапҡыр шуны әйтергә мөмкин: спорт берләштереүсе илаһи көс!
27 июндә иртүк майҙансыҡтар шау-гөр килде. Айырыуса үҙәк майҙанда Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тармағының 35 йыллығына арналған "Татыу йәштәр менән бергә" Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре фестивале үтте. Унда Ҡыҙыл Еҙемдән — "Еңеү Ирекмәндәре", Тәүәкәстән — "Изге ҡулдар", Баҡалды ауыл советынан "Юнармия", "Беренселәр хәрәкәте" һәм “Башҡортостан Пионерҙары” ҡатнашты. “Рәсәй Берҙәмлеге” халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре башланды. Абҙан, Орловка, Тәүәкәс, Ҡыҙыл Еҙем, ауыл биләмәләренең белгестәре-һөнәрселәре дәүләт флагтары һәм башҡорт орнаменты стилендә брошкалар яһаны, значоктар,биҙәүестәр һәм башҡа күп нәмәләр эшләне. Ҡунаҡтар урындағы оҫталар эшләгән үҙенсәлекле биҙәүестәрҙе һатып алды. Бәләкәй бала менән килгән ғаиләләр өсөн билдәле арауыҡты шыуышып үтеү конкурсы үтте. Район-ара "Ғаилә" үҙәге яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы брелоктар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. "Йөрәктән-йөрәккә” өлкән быуындың аралашыу үҙәге әүҙемдәре “Йәшлек старт нөктәһе кеүек" тигән темаға балалар менән әңгәмә үткәрҙе. Йәштәр район китапханаһы әҙерләгән классиктар һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәрен, шулай уҡ шиғриәтен уҡып илһамланды. Кескәйҙәрҙе атракциондар, батуттар йәлеп итте. Уҡыусылар асфальтҡа һүрәт төшөрҙө, ирекмәндәр яҡташ һалдаттарға хаттар яҙҙы. Вайымһыҙ булмағандар “Изгелек кәрзине»н тулыландырҙы. Төҫтәр фестивален Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары үткәрҙе, аҙағында һәр командаға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Көндөҙгө программаны асыу сиктәрендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динара Хисамова Йәштәр көнөн менән ихлас ҡотланы.
“Кем күберәк?”, “Ялҡауланма, шөғөллән” тип исемләнгән район бәйгеләре еңеүселәренә һәм ГТО һынауҙарын тапшырған йәштәргә Муниципаль тест үҙәгенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы. Мәҙәниәт йортонда район йәштәре менән түңәрәк өҫтәл үтте, Унда район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, урынбаҫары Динара Хисамова, райондың йәштәр эше буйынса физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова һәм «Рәсәй Ғорурлығы» бәхәс майҙансығында хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашты. Осрашыу барышында махсус хәрби операция темаһы күтәрелде. Батырҙарыбыҙ хаҡында һөйләнеләр шулай уҡ ҡунаҡтар үҙҙәренең йәшлеген иҫкә төшөрҙө.
Кискә табан "Архангел районы һылыуҡайы" ижади конкурсы башланды. 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар был исемгә дәғүә итте.. Жюри ағзаларына иң -иңде һайлауы еңел булманы. Тәүәкәстән Эльвира Ғәлина — 1-се, 2-се — Оксана Шляпина, 3-сө урын Архангел ауыл советынан Әлиә Юлбарисоваға бирелде.
Район хакимиәте башлығы А.Сәйетғәлин, , йәштәр эше буйынса физкультура һәм спорт комитеты рәйесе А.Тиунова, хәрби кәрәкәттә ҡатнашыусы М.Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы А.Уразғолов байрамды рәсми асыу тантанаһында йәштәрҙе байрам менән тәбрикләнеләр. Бүләкләү сараның иң тулҡынландырғыс мәле: Йәштәр хәрәкәте әүҙемдәренә, ирекмәндәргә, спортсыларға Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының, Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Республиканың Йәштәр йәмәғәт палатаһының, район хакимиәтенең, йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеттың Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй Федерацияһының билдәләре тапшырылды. Дмитрий менән Дарья Барышевтарҙың йәш ғаиләһен ЗАГС бүлеге начальнигы Наталья Березенкова ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы.
Байрам программаһын ижади коллективтарҙың сағыу концерт номерҙары дауам итте. Концертта йәштәр бер тауыштан замандың иң яҡшы популяр композицияларын башҡарҙы. Дискотека дәртле бейеүҙәр менән иҫтә ҡалды. Һауа торошоноң үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, Йәштәр көнө йөкмәткеле һәм матур үтте.
Миләүшә Бәширова.