

Китапхана хеҙмәткәрҙәре башта авторҙың бай тарихлы башҡорт еренә, тыуған яҡҡа ватансылыҡ тойғолары менән һуғарылған ижадына байҡау яһағандан һуң, залдағыларҙы китаптың ҡыҫҡаса йөкмәтеһе менән таныштырҙы. Төп герой — “Башҡорт” позывнойлы һалдат. Был, әлбиттә, йыйылма образ. Сөнки Ватаныбыҙҙы башҡорт, рус, татар, сыуаш, һәм башҡа милләттән илһөйәрҙәр һаҡлай. Уларҙың батырлығы һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ хистәре уята.
Лариса Абдуллина МХО зонаһына барып, үҙ күҙҙәре менән күргән хәлдәр, ундағы һалдаттар, ололар һәм балалар менән осрашыуы тураһында һөйләне. Хатта Миңлеғәле Шайморатов тураһында мәғлүмәтле булыуҙарын, уның хаҡында йыр башҡарыуҙарын да телгә алды. “Тормошҡа ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе, беҙ бында тыныс йәшәйбеҙ, ә унда мәхшәр. Телефондан бәйләнешкә сыға алмаған осраҡта яҡындарым бигерәк борсолдо. Сөнки һуғыш барған ерҙә үҙеңдең именлегеңде хәстәрләү, хәүеф тураһында онотмау мөһим”,-тине.
“Позывной “Башҡорт” — илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы тураһында киләсәк быуынға тапшырыласаҡ ҡиммәтле йылъяҙма ул.
Сара йәнле әңгәмә рәүшендә ойошторолдо. Бында яугирҙәр Марат Зөлҡәрнәев, Марат Хөрмәтуллин шулай уҡ башҡа батырҙарыбыҙҙың әсәләре лә ҡатнашы. Күптәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алды. Тәүәкәс ағинәйе, педагогик хеҙмәт ветераны Роза Ғәббәсова заман темаһына арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм Лариса Хашим ҡыҙына китабын бүләк итте. Коллектив фотоға төшкәс, китап авторына шәхси мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табылды.
Вставка
Миңниса Мөхәмәтова: “Был китапта ике энекәшем тураһында яҙма бар. Айнур Хисмәтуллин һәм Мөҙәрис Аҫылбаев. Улар — беҙҙең геройҙарыбыҙ. Егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”.
Миләүшә Әбүбәкирова.